«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Элекке ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ



30.05.2018 Элекке ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ

Элекке ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ
“Ирем менән ике йыл элек ауыр айырылыштыҡ. Тормошта төрлө хәл булғандыр, мин дә ҡайһы саҡ яңылышҡанмындыр. Тик шул йәшлек менән ҡылынғанды онотоп, ғәфү итеп булмаймы уға? Ике балабыҙ бар, ҡыҙыма – 11, улыма – 8 йәш. Үткәндәрҙе онотҡом килә, ә балалар атаһы менән аралашҡас, ауыр. Араларын һыуын­дыра алмайым, сит яҡҡа ла китеп ҡараным, ир килә барыбер! Тыйҙым ҡаты итеп, аңламай, һаман да килеүен дауам итә. Миңә уны оноторға, яңы тормош башларға кәрәк бит!”
Аңлауымса, хөрмәтле ханым, элекке ирегеҙ балаларына килә бит. Балалары артынан сит ерҙәргә лә юллап барып йөрөгәс, ирегеҙ яҡшы атайҙыр, тигән фекер тыуа. Алиментын да ваҡытында түләйҙер бит? (Хәҙер һирәк ир-ат шул рәүешле балаларын ҡарай, күбеһе айырылышыу менән “егет”кә әйләнә). Ул һеҙҙе башҡалар менән осрашыуҙан тыямы? Юҡтыр, тим. Ни өсөн һеҙгә үҙ балаларына килгән ирегеҙҙе күреү ауыр һуң? Яҙыуығыҙҙан ҡарағанда, уның алдында ғәйепле һымаҡһығыҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, ғәфү үтенегеҙ. Әллә уға ҡарата булған һөйөү хистәре һыуынып бөтмәгәнме? Яңы тормош башлауҙы, үҙегеҙгә башҡа ир-егет табып, донъя ҡороу, тип уйлайһығыҙмы? Улайһа, һеҙҙе туҡтап торор­ға саҡырыр инем. “Яңы” тормошоғоҙҙа ла балалар үҙ атаһына нығыраҡ ылығасаҡ. Улар бәләкәй түгел, килешәһегеҙҙер бит? Тыймағыҙ ирегеҙҙе, балаларығыҙҙың атаһы тере бит, күрешһендәр, аралашһындар. Шуны аңлағыҙ: һеҙҙең айырылышыуҙа ҡыҙығыҙ менән улығыҙҙың бер генә лә ғәйебе юҡ. Ыҙалатмағыҙ улар­ҙы, йәме. Ә һеҙгә мин сабырлыҡ, рухи көс менән айыҡ аҡыл теләйем: яратҡан ҡатын­ға үҙ ғәйептәрен танып, иренә “баш эйеү” өсөн бик кәрәкле сифаттар! Бәхетле булығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға