«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Аяҡтағы бәшмәктән ҡотолорға нимә ярҙам итә?



29.05.2018 Аяҡтағы бәшмәктән ҡотолорға нимә ярҙам итә?

Аяҡтағы бәшмәктән ҡотолорға нимә ярҙам итә?
Һыуыҡтар башланыу менән хәләл ефетемдең аяҡтары ҡысыта башлай. Ә быйыл урыны-урыны менән ваҡ ҡына сабыртмалар ҙа сыҡты. Уны дарыуҙар йә халыҡ дауаһы менән бөтөрөп була?
Үҙемдең аяғымдың ике бармағының тырнаҡтары ҡалыная. Тырнаҡ бәшмәге тиҙәр шикелле. Табип ҡушыуы буйынса тербинафин һөртөп ҡарағайным, файҙаһы юҡ. Намаҙ уҡығас, көн дә аяҡтарымды йыуам, йыуыу менән генә бөтмәй икән. Ниндәй халыҡ дарыуҙары ярҙам итә икән? Йоғошло тип ишеткәйнем, башҡа бармаҡтарыма күсеүенән ҡурҡам.
Сәләм менән –
Флүрә апайығыҙ.
Мәләүез ҡалаһы.

Микозды дауалағанда бәшмәккә ҡаршы сараларҙы ҡулланыу ғына етмәй, ә иммунитетты нығытыу һәм эске органдарҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу мөһим.
Бәшмәккә ҡаршы иһә түбәндәге дауалау ысулдарын тәҡдим итергә мөмкин.

- Сөйәл үләне япрағы. Туҡыма киҫәген йә марляны яңы ҡырҡылған япраҡтарҙың һутына манып алып, аяҡтың зарарланған урындарына ябыр­ға. Ҡыш көндәрендә иһә кипкән япраҡтарының онтағын һибергә була.

- Ҡарағай бөрөһө (бер өлөш), ҡайын япрағы йә бөрөһө, меңъяпраҡ үләне, һары мәтрүшкә, әрем, эт дегәнәге, эвкалипт япрағы, андыҙ тамыры (икешәр өлөш). Ике ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Шуның дүрттән бер өлөшөн зыян күргән урындарға япма эшләү өсөн ҡулланырға, ҡалғанын көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда әҙ-әҙләп эсергә.

- Бөтнөк үләне төнәтмәһе. Бер стакан ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ бөтнөк япрағы иҫәбенән әҙерләнә. Ярты сәғәт төнәткәндән һуң, аяҡтарҙы йылымыс һыуға тығып ултырырға мөмкин. Бының өсөн 1 – 2 л төнәтмә етә.
Бынан тыш, дарыу үләндәре нигеҙендә әҙерләнгән төрлө медицина препараты ла күп (анмарин, гепамарин, сангвиритрин). Улар бәшмәккә ҡаршы ғына ҡулланылмай, шулай уҡ төрлө вируслы инфекциянан, тимрәүҙән дә файҙаһы бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға