«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һауа дымландырғыс – файҙамы, зыянмы?



24.04.2018 Һауа дымландырғыс – файҙамы, зыянмы?

Һауа дымландырғыс – файҙамы, зыянмы?
Улым ике йәшкә етмәҫ элек хроник аденоидит сире менән яфалана башланы. Йәғни ниндәйҙер вирус йәки бактерия инфекцияһы менән “осрашыу”ҙан һуң баҙам биҙендә елһенеү процесы башланып китә. Был инде танауҙан бер туҡтауһыҙ һары-йәшел ҡуйы маңҡаның ағыуы, насар еҫ тигән һүҙ. Улыма тын алыуы ауырлаша, башы ауырта, әлегә уның тын алыу юлдары тар булғанлыҡтан, сирҙе ауыр үткәрә. Дарыуҙарҙың ниндәйен генә ҡулланманыҡ: дауалап бөттөк тигәндә, бер нисә көндән аҫтыртын сир өр-яңынан башлана ине. Табиптар был диагнозды, балалар баҡсаһына иртә йөрөй башлау касафаты, тип аңлатты. Яслегә барғанда улыма ни бары 1 йәш тә 8 ай ғына ине шул. Бөгөнгө аҡылым булһа, баламды 3 йәштән һуң ғына баҡсаға илтер инем.

Тоҙ барлыҡ тын алыу юлдары сиренә килешә тигәнде ишеткәс, бер ваҡыт спелеотерапия дауаһын алып ҡарарға булдыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, балалар баҡсаһында тоҙ шахтаһы асылды. Тик бер нисә сеанстан һуң баланың аденоидтары үтә ныҡ елһенеп, хәле ауырлашты. Был хәлдән һуң бөгөн бәләкәй балаһы булған ата-әсәләр араһында бик популяр һауа дымландырғыстар менән ҡыҙыҡһына башланым.
Ҡыш көнө йортто йылытабыҙ, һауа дымлылығы хаҡында күптәр уйлап та ҡарамай. Мин дә шулар рәтендә инем. Кемдең фатиры һыуыҡ, йылыт­ҡыстар бар көсөнә эшләп тора. Ә бит ҡоро һауаның зыяны күп – гөл - сәскәләр генә, түгел, хатта ағас ишектәр, тәҙрәләр, йорт йыһазы ла кибә. Унан бигерәк, кешенең сәләмәтлеге һуң: лайлалы тиресә кибә, тире тиҙ ҡартая, иммунитет түбәнәйә. Кемдер йылытҡыстар аҫтына һыулы һауыт ҡуя, торбаларға еүеш әйберҙәрен һала. Саф һауа булмаған йорттарҙа тәҙрәне асып, бүлмәләрҙе елләтеп тороу ваҡытлыса ғына нормаль һауа урынлаштыра. Тәҙрәне ябыу менән бүлмә һауаһы йәнә ҡорой.
Бала өсөн һауа дымландырғыс һатып алырға булғас, уларҙың төрлөһө булғанын белдем.

Һалҡын пар менән (традицион)
Бындай һауа дымландырғыс һыуҙы тәбиғи рәүештә парға әйләндерә. Һауыт эсенә һыу ҡояһың да, тоҡандыраһың, тиелгән. Тик эстәге вентиляторҙың деталдәренә юшҡын ултырмаһын өсөн фильтр аша үткәреү хәйерлерәк. Алмаш кассета, айырым фильтр кеүек артыҡ сығымдар талап итмәй. Ҡайһы берәүҙәре һауаны дымландыра ла, йыуа ла. Традицион һауа дымландырғыс 10 сәғәт тирәһе эшләй ала. Уларҙың автоматик рәүештә үҙҙәре һүнә торғандары ла бар, бындай уңайлылыҡ өсөн хаҡ, әлбиттә, юғарыраҡ ҡуйылған. Тик, һауаны туҙандан таҙартып торғанлыҡтан, деталдәрҙә микроорганизмдар йыйылыуы һәм пар менән бергә яңынан һауаға таралыуы бар. Улар үпкәгә эләкмәһен өсөн һауа дымландырғыстың кассетаһын әленән-әле таҙартып тороу мотлаҡ.

Ҡайнар пар менән (парлы)
Был аппараттың эшләү системаһы һыуҙы ҡайнатып парға әйләндереүгә ҡоролған. Ҡойоу өсөн минералдарға һәм тоҙҙарға бай ябай һыу кәрәк. Бындай һауа дымландырғыс артыҡ эшләүе бар, шуға күрә гигрометр тигән әйбере булырға тейеш. Гигрометр дымлылыҡты үлсәп тора. Ароматерапия тигән функциялыһын да тәҡдим итәләр. Пар менән бешеү ҡурҡынысы булған, электр энергияһын күп ҡулланған парлы һауа дымландырғысты өй өсөн кем ала икән, тип аптырап ҡуйҙым. Бындай аппаратты күбәләктәр күргәҙмәһендә күргәнем бар. Йылы һәм дымлы климат яратҡан күбәләктәргә үрсергә уңайлы шарттар булдырыу өсөн иң кәрәклеһе, ә кеше өсөн түгел, тигән уйҙар үтте баштан.

Ультратауыш менән
Бөгөн улар иң популяр һауа дымландырғыс булып иҫәпләнә. Аппарат эсендә һыу ҡайнай кеүек, ләкин пар һалҡын килеш ҡала, томанға әүерелә. Тауышһыҙ эшләй, энергияны ла аҙ ҡуллана. Мотлаҡ гигрометр менән йыһазландырылған. Аппаратҡа тик дистилляцияланған һыу һалырға кәрәк, тип яҙылған инструкцияһында. Фильтрҙарын ике-өс ай һайын алмаштырып торорға онотмаҫҡа. Бындай һауа дымландырғысты эҫе, бөркөү бүлмәлә эшләтеү тыйылған.

Файҙаһы тейҙе

Шулай итеп, һайлана торғас, тәүге вариант иң яҡшыһы булып тойолдо. Һауаны дымландырыуҙың бала өсөн мөһимлеген алданыраҡ белмәгәнгә үкендем. Матур дизайнлы, 1700 һумлыҡ (ташлама менән 1490 һум) һауа дымландырғыс ҡуйғас, баланың хәле яҡшыра, яфаланыуҙары һирәгәйә башланы. Сирҙең шашып киткән мәлендә был сумма бер тапҡыр дарыуханаға инеп сығыуға тотонола ине.
Бәләкәстәрҙең матдәләр алмашыныуы өлкәндәргә ҡарағанда интенсивыраҡ эшләй. Шунлыҡтан бала организмы йылыны күберәк бүлеп сығара. Уларҙа һауа алмашыныу тире менән түгел, күберәген үпкә ярҙамында ипкә килтерелә. Һауа ҡоро булһа, бала шыйыҡлыҡты күп юғалта. Һөҙөмтәлә сабый ныҡ тирләй, ҡаны ҡуйыра һәм ҡайһы бер органдары эшмәкәрлегендә тайпылыштар була. Ҡоро һауанан лайлалы тиресә ҡорой – был инде респиратор ауырыуҙарға ирек бирә. Бронхит, пневмония, отит, гайморит, тонзиллит, астма ауырыу­ҙары менән интегеүселәр, аллергиктар һауа дымландырғыстарға иғтибар итһен.
Һауа дымландырғыс менән ҡәнәғәт ҡалдым. Багында бер аҙ һыуы ҡала икән, яңынан тоҡандырыу алдынан ҡалған һыуҙы түгәм. Һыу ҡойор алдынан резервуарҙы сайып, таҙартып торорға онотмайым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға