«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡан тамырҙары өсөн “алтын һөт”



30.04.2018 Ҡан тамырҙары өсөн “алтын һөт”

Ҡан тамырҙары өсөн  “алтын һөт”Был шифалы дарыу тиҙ арала ҡан тамыр­ҙарының капиллярҙар селтәрен тергеҙергә, таҙартырға, тоҙ ултырыуға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ биттең төҫөн матурайта, артриттан файҙаһы бар һәм тотош организмды йәшәртеүгә булышлыҡ итә.
50 г куркумаға (магазиндан пакеттағыһын һатып алырға тырышығыҙ) ҡуйы ҡаймаҡ хәленә килгәнсе һыу ҡушып бутағандан һуң, утҡа ҡуйып, болғата-болғата 5 – 7 минут бешерегеҙ. Һоро төҫтәге ҡуйы паста килеп сығырға тейеш. Һыуынғас, быяла банкаға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ул һеҙгә 40 көнлөк дауаланыу курсына етергә тейеш.
Йоҡлар алдынан бер стакан һөттө ҡайнатып, бер балғалаҡ куркума пастаһы һәм бер балғалаҡ миндаль майы (уны дарыухананан йәки магазиндан алырға була) ҡушығыҙ. Ауыҙға бер балғалаҡ бал ҡабып, шуны ошо һөт менән эсеп ебәрегеҙ. Уны иртән ас ҡарынға йәки йоҡлар алдынан төнгөлөккә эсергә кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға