«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Остеохондрозға ҡаршы – йод менән лимон



19.04.2018 Остеохондрозға ҡаршы – йод менән лимон

Остеохондрозға ҡаршы –  йод  менән лимон
Елкә остеохондрозын тулыһынса дауалап бөтөрөп булмай, әммә хәлде бер аҙ еңеләйтергә мөмкин. Бында түбәндәге рецепт ярҙам итер. Бер үк күләмдә лимон һуты менән 10 процентлы йод спиртын бергә бутарға һәм умыртҡа бағанаһы буйына ауыртҡан урынға 5 – 8 см яҫылығында һөртөргә. Күпмелер ваҡыттан һуң тиренең ҡайһы бер өлөштәре алданыраҡ ағарып сыға. Тап ошо ниндәйҙер тайпылыш булыуы хаҡында һөйләй. Шул урынға артабан ошо ҡатнашманы көнөнә бер тапҡыр һөртөргә кәрәк. Тиреһе ағарыуҙан туҡтағансы, йәғни өс-биш көн буйы һарғылт килеш ҡалғансы дауалауҙы дауам итергә. Ғәҙәттә, дауалау курсы өс аҙна дауам итә.
Елкә остеохондрозын дауалауҙың был ысулын гимнастика менән бергә ҡуллан­ғанда тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Әҙер ҡатнашманы ҡараңғы һалҡын урында һаҡларға, ҡулланыр алдынан яҡшы итеп бутарға. Лимон һуты ҡушылған йод иретмәһен радикулит, артрит, миозит кеүек башҡа умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарын дауалауҙа ла ҡулланалар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға