05.04.2018 Үҫмерҙе насар ғәҙәттән нисек араларға?
16 йәшлек улымдың кеҫәһенән тәмәке таптым. Өйҙә тартҡан кеше юҡ. Бер тапҡыр унан тәмәке еҫе һиҙелгәйне, дуҫ малайҙар тарта, яндарында ғына торҙом, тип аҡланды. Нисек уны никотин ҡоллоғонан араларға? Туҡмарға һәм әрләргәме? Әллә ҡул һелтәргәме? Уның менән тыныс һөйләшеп булмай, тиҙ генә ҡыҙа, үпкәләй.
Рәшиҙә Ф.
Учалы районы.
Улығыҙҙың тәмәке тартыуын белгәс, иң тәүҙә тынысланырға һәм яҡшылап был насар ғәҙәтенән уны нисек арындырыу тураһында уйларға кәрәк.
Үҫмерҙең тәмәке тарта башлау сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Беренсенән, тирә-яҡтағыларҙың йоғонтоһо. Моғайын, улығыҙҙың дуҫтары тарталыр һәм уның башҡалар араһында “аҡ ҡарға” булып күренгеһе килмәйҙер. Иптәштәре араһында сәләмәт тормош алып барыу мәртәбә түгелдер, ә кем күпме тәмәке тарта алыуы батырлыҡ һаналалыр. Шулай уҡ тәмәке тартыу уны тиҫтерҙәре араһында үҙен ышаныслыраҡ тоторға ярҙам итеүе лә мөмкин. Был осраҡта уның кемдәр менән аралашыуына иғтибар итергә кәрәк. Әлбиттә, дуҫтары менән аралашыуҙы һис тә тыймағыҙ, һеҙ уға дошман һымаҡ күренерһегеҙ. Улығыҙға икенсе кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, спорт секцияһына яҙылыу. Унда йөрөүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары ла башҡаса: һаулыҡ, спорт, сәләмәт тормош менән йәшәү. Улығыҙ яңы мөхиттә яңы дуҫтар табасаҡ. Бер аҙҙан бер ни кимәлдә уларҙың йәшәү рәүешен дә ҡабул итәсәк. Тәмәке хаҡында уйҙар үҙенән үҙе юғаласаҡ, тигән ышаныс бар.
Улығыҙҙы тәмәке тартмаған абруйлы кеше менән таныштырыу ҙа һәйбәт булыр ине. Ул балағыҙҙы яман ғәҙәттән ҡурсалауға үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр ят кешенең фекеренә ҡолаҡ һалыусан, юғиһә улар ата-әсәһенең ялҡытҡыс кәңәштәренән арып бөтә.
Шулай уҡ улығыҙҙың эмоциональ торошона ла иғтибар бүлергә кәрәк. Бәлки әлеге мәлдә нимәлер өсөн ҡайғырып йөрөйҙөр. Был стрестың сәбәптәрен белешергә кәрәк. Ғаиләлә, мәктәптә, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙа проблемалар бармы? Үҫмерҙәрҙә дөрөҫ аралаша белеү тәжрибәһе юҡ. Шуға күрә дуҫтарса тонда ипле генә кәңәш биреү зыян итмәҫ. Күп осраҡта иғтибар менән тыңлап ҡына ултырыу ҙа көсөргәнеште еңеләйтә.
Балағыҙҙы дөрөҫ итеп үҙ фекерен әйтергә өйрәтегеҙ. Сит кеше йоғонтоһона бирелмәй, үҙ мәнфәғәтен яҡлай белеүе мотлаҡ. Башҡаларға оҡшарға теләмәй икән, форсат бирегеҙ. Был хәл ваҡытлыса ғына икәнен онотмағыҙ. Һәм иң мөһиме – улығыҙҙың үҙ баһаһын күтәреү буйынса эшләгеҙ.
Шулай уҡ балағыҙҙа яуаплылыҡ тойғоһон үҫтереү мөһим. Һәр эшләгән эше өсөн яуап бирергә кәрәклеген аңлаһын. Уға тулы ирек бирегеҙ. Нимә кейергә, кем менән дуҫлашырға кәрәклеген үҙе хәл итергә тейеш. Шул саҡта уға үҙенең «ҙур» икәнлеген тәмәке тартыу менән иҫбатлау кәрәкмәҫ.
Тәрбиә эшендә бала менән ата-әсәнең асыҡтан-асыҡ һөйләшә белеүе мөһим. Шул саҡта ғына бала бөтә проблемалары менән һеҙгә киләсәк һәм уға ярҙам итә аласаҡһығыҙ. Проблемаларҙы тыныс ҡына бергә хәл итә белгән осраҡта ғына улығыҙҙы контролдә тота аласаҡһығыҙ, хатта уның дуҫы буласаҡһығыҙ. Уңыштар һеҙгә!
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.