«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Картуф сәскәһе



15.06.2018 Картуф сәскәһе

Картуф сәскәһе
Күп кенә пациент, табиптар ярҙам итеүенә өмөтө өҙөлөп, халыҡ медицинаһы ысулдарына мөрәжәғәт итә. Уларҙың файҙаһы юҡ, тип баш тартып ҡуйырға ярамай, әлбиттә. Ниндәй дауалау сараһының һөҙөмтәһе бар, тип иҫәпләнә һуң? Иң беренсе сиратта һәр беребеҙгә яҡшы таныш картуфтың. Уның сәскәһен күләгәлә киптереп, бер ҡалаҡ кипкән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яҡынса бер сәғәт төнәтергә. Ошо дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр 100-әр грамм эсергә. Дауаланыу курсы өсөн 4 литр төнәтмә етә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға