27.03.2018 Кейәү үләне ярҙам итә
Кемдәргә диффуз боғаҡ диагнозы ҡуйылған, улар был сирҙең үҙенсәлеген яҡшы белә: муйын яҫыра. Мин был сирҙе түбәндәге рецепт буйынса дауалайым. Бер ҡалаҡ кейәү үләненә (чабрец) бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут термоста төнәтәм. Һуңынан көн буйы шуны яйлап ( 2 – 3 тапҡыр) эсәм. Был дарыуҙы хәлегеҙ арыуланғансы эсергә мөмкин.
Данил.
Ейәнсура районы.