«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?



13.03.2018 Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?

Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?
Был һорауымды кемгә бирергә белмәй йөрөнөм, табипҡа барырға уңайһыҙланам. Шуға ла гәзит аша психологҡа мөрәжәғәт итергә булдым. Борсолған йәки ниндәйҙер ҡатмарлы проблема тураһында уйланғанда ирендәремде тешләйем. Һөҙөмтәлә ул йәмһеҙ булып ярыла, ҡанап йөрөй. Был ғәҙәттән нисек ҡотолорға икән?
Илүзә, К., 34 йәш.

Психиатрияла хейлофагия тигән термин бар. Ул ирендәрҙе туҡтауһыҙ тешләп йөрөү тигәнде аңлата. Был ғәҙәт ирендәрҙе йәрәхәтләп кенә ҡалмай, уның тирәһендә ваҡ йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүенә, тире елһенеүенә сәбәпсе була. Стресс кисергәндә (борсолғанда, тулҡынланғанда, ныҡ уйланғанда, оялғанда һ.б.) хәрәкәттәрҙе контролдә тотоу кимәле кәмей. Шундай ваҡытта йәнә ирендәрегеҙҙе тешләй башлағанығыҙҙы тойһағыҙ, шундуҡ көсөргәнеште кәметергә, нервы системаһын тыныс­ландырырға тырышығыҙ. Туҡтағыҙ ҙа, уйҙарығыҙҙы яҡшыға көйләгеҙ, талғын көй тыңлағыҙ, тын алыу күнекмәләре эшләгеҙ.
Тағы ла түбәндәге ысулдарҙы ҡулланырға мөмкин:
– Шул ситуацияла үҙегеҙҙең хис-тойғоларығыҙ тураһында ҡысҡырып һөйләй башлағыҙ. Был кире эмоцияларҙың көсөн кәметер һәм иренегеҙгә хәрәкәт итергә мөмкинлек бирер. Һөйләргә сара булмағанда, һағыҙ сәйнәгеҙ (ләкин уны йыш ҡулланырға кәңәш ителмәй).
– Бармаҡ бите менән иренегеҙгә массаж яһағыҙ. Был инде уны тешләүҙән ләззәт алмаҫ өсөн эшләнә.
– Иренде дымландырыусы ҡырҡыу еҫле бәлзәм ҡулланығыҙ. Уның тәме оҡшамау сәбәпле, уны яларға теләк булмаясаҡ.
– Әлеге насар ғәҙәтте еңеп барыуығыҙ менән үҙегеҙҙе маҡтағыҙ һәм дәртләндереп тороғоҙ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға