02.03.2018 Табипҡа яҙылыу өсөн телефон номеры үҙгәрҙе
Әлегә тиклем табипҡа яҙылыу өсөн 09-383 һандары буйынса шылтырата инек. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был телефон номерының үҙгәреүе хаҡында хәбәр итә. 20 февралдән белгескә алдан яҙылыу өсөн 13-01 һандарын йыйырға кәрәк. Кеҫә телефонынан һәм “Башинформсвязь” абоненттарына стационар телефондан шылтыратыу бушлай.
Бынан тыш, кәрәкле белгестәргә, элеккесә, поликлиниканың регистратураһында һәм doctor.bashkortostan.ru йәки gosuslugi.ru порталдары аша ла яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттәр республикала 2014 йылдан алып һаҡлана һәм педиатрға, стоматологҡа, гинекологҡа, дерматовенерологҡа яҙылырға мөмкинлек бирә.