17.02.2018 Әнисә апайҙы Германияға ла саҡыралар
Әбйәлил ҡыҙы ата-бабаларынан күскән һәләте, ҡул көсө менән кешеләргә ярҙам итә
Кешене эшенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәтләйҙәр. Әнисә Рәйес ҡыҙы Намаҙбаева ла ҡул көсө, тәбиғәттән, ата-бабаларынан күскән һәләте менән кешеләрҙе дауалап, танылды. Хәҙер уның тураһында йыш яҙалар, республика телевидениеһы аша ла күрһәттеләр. “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары” тигән китапта ла Әнисә Рәйес ҡыҙы лайыҡлы урын алған. Әммә ул, эшенең төп баһаһы – халыҡ рәхмәте, тип иҫәпләй.
Әнисә Рәйес ҡыҙы 1963 йылда Буранғол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын һауынсы булып башлай. Ситтән тороп китапханасылар техникумын тамамлай һәм һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Йәштән ойоштороу һәләте менән айырылып тора, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө мәҙәни сара ойоштора. Шул саҡта уҡ уның эшмәкәрлеге хаҡында республика һәм ил матбуғатында ла мәҡәләләр баҫыла. Ғаилә ҡорғас, Гусевка ауылына күсеп китә һәм унда иҫәпсе-кассир булып эшләй башлай. Район һәм республика күләмендәге саралар уртаһында ҡайнап йәшәүен дауам итә.
Бына шулай донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡанда үҙе лә һиҙмәҫтән яйлап ҡына кешеләрҙе дауалай башлай. Был һәләт уға ата-бабаларынан күскән. Нәҫелдәренән Ғибәҙәт олатай Ҡазан университетында дин һәм медицина буйынса белем алған кеше. Ул үҙе йыйған дарыу үләндәре менән дауалаған, халыҡ медицинаһын киң файҙаланған. Шуға ла даны тирә-яҡҡа таралған һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Иҙел башында, ҡаҙаҡ далаларында ла ул көтөп алынған ҡунаҡ була. Ҡаҙаҡ далаларында бер байҙың яҡын кешеһен дауалаған өсөн хатта тирмә бүләк итәләр. Тағы бер олатайҙары – Мансур Ғибәҙәт улы Зәйнулла ишанда уҡый. Иң яҡшы, тырыш, уңған шәкерттәренең береһе булғанға, ишан уға таяғын бүләк итә.
– Ата-бабаларҙан һәләт миңә лә күскән, әммә ул заманса. Улар бит массаж эшләп тормаған, быуын ултыртҡан, үләндәр һәм доғалар менән өшкөрөп дауалаған. Ошондай һәләт миңә күскәнен дә белмәнем. Балалар ауырыған саҡта ла, иртәнсәк торған ваҡытта ла: “Әсәй, ошо еремә массаж эшлә әле”, – тип әйтә ине. Ҡурҡҡандыр был, тип үҙемсә ҡот ҡоя торғайным. Бәҙрәфкә йыш йөрөһәләр, эстәре төшкәндер, тип эстәрен һылап, бармаҡтары ауыртһа – бармаҡтарын, ҡулдары ауыртһа, ҡулдарын һыйпай торғайным. Берәй ҡатын ауырып ултырһа, башын һыйпап ебәрһәм дә шул кешегә еңеллек килә. Кеше минең менән аралашырға ынтылып тора ине. “Һинең менән һөйләшеүе еңел”, – тип ҡайтып китә торғайнылар. Укол да яһаным, яраларҙы ла тота ла бәйләй инем. Ниндәйҙер һәләт булған, үҙем дә белмәй йөрөгәнмен, – ти Әнисә Рәйес ҡыҙы.
Эшкә шәп, алсаҡ булһа ла тормош ҡатынды бик иркәләтмәй. Ун биш йыл торғандан һуң, өйҙә тыныслыҡ булмағас, иренән айырылырға тура килә. Өс бала менән Северный ауылындағы еңгәһенә барып һыйыналар. Бер йыл йәшәгәс, Йәнгел ҡасабаһында төҙөлөп бөтмәгән йортто алып, бер йәйҙә төҙөлөштө тамамлап, йәшәргә инәләр. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу, кейендереү өсөн ул Магнитогорск ҡалаһына йөрөп, өс ерҙә тир түгә. Дауаханала эшләгән саҡта бер санитарканың аҡһап йөрөүен күреп, аяғы ҡыҫҡара барыуына зарланғанын ишетеп, аяғын ултырта. Был хаҡта белеп ҡалған дауахана табибы Әнисәне үҙҙәре иҫәбенә массажсыға уҡыттырып ала. Шулай итеп, Хоҙай ҡушыуы буйынсалыр инде, ул 2005 йылдан массаж ярҙамында халыҡты ныҡлап дауалай башлай.
Әнисә Рәйес ҡыҙы хәҙер Өфөлә тора. Баш ҡалаға Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған ҡыҙына ярҙам итеү маҡсатында килә. Тәүҙә Сипайлово биҫтәһендә эшләй, һуңынан фитнес клубында халыҡты ҡабул итә. Көрсөк арҡаһында фитнес клубы ябылғас, йылдан ашыу Софья Перовская урамында кешеләрҙе ҡабул итә.
Өфө районының Булгаков ауылында ҡабул итә башлағанда, бер ҡатын ике таяҡҡа таянып килә. Тәүге тапҡырҙан уҡ ул бер таяҡ менән сығып киткәс, ҡабул итеү кабинеты эргәһендәге бөҙрәханала эшләгән ҡатындар быны күреп, Әнисә Намаҙбаеваның һәләтенә ышана.
– Бында миңә оҡшай, таҙа, матур. Аллаға шөкөр, хужалар яҡшы, ярҙам итеп тора. Эшем үҙемә оҡшай: массажды теләп, изге ниәт ҡылып, Аллаға һыйынып эшләйем. Бала таба алмай йонсоған ҡатындарға ла ярҙамым тейеп ҡуя. Бүҫер – бик мәкерле ауырыу, сөнки умыртҡа һөйәге шыла. Ул ауыр әйбер күтәреүҙән, аварияға осрағандан һуң, ҡолау кеүек сәбәптәрҙән хасил була. Умыртҡа һөйәге шылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡҡа кимерсәк үҫә һәм нервылар зыян күрә, ҡыҫыла. Дөрөҫ дауалағанда, бүҫерҙән ҡотолорға була. Һәр саҡ Алланан ярҙам һорайым. Ауылда “Нуга Бест” массаж карауаты булһа ла, бында урын тар булғас, уны файҙаланыу мөмкинлеге юҡ, – ти Әнисә Рәйес ҡыҙы.
Ваҡыты-ваҡыты менән халыҡ саҡырыуы буйынса райондарға сығып та сирҙәрҙе дауалап ҡайта.
– Минең ҡулымдан яҡынса 27 меңдән ашыу кеше үткәндер инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ үҙ һаулығын ҡайғырта һалып бармай. Күрәҙәселек итәм тиһәм, ишек алдында машиналар теҙелгән булыр ине, ә мин массаж, быуын ултыртыу, ҡот ҡойоу, һөлөк һалыу юлы менән дауалайым, – ти Әнисә Намаҙбаева.
Ысынлап та, Әнисә апайҙың даны сит илдәргә лә тарала бара. Мәҫәлән, Германиянан килгән ватандашыбыҙҙы дауалай. Тегендә яңынан табибына ҡаралырға барғас, ҡатында күп ауырыу юғалыуына аптырап, ул: “Вези сюда свою шаманку”, – ти. Ул быйыл бара алмаһа ла, киләһе йылда Германияға сәйәхәт ҡылырға йыйына.
Минең алдымда бер нисә дәфтәр ята. Уларҙа Әнисә апайға рәхмәт һүҙҙәре теркәлгән:
“Әнисә Рәйес ҡыҙы, беҙҙең кеүек ауырыуҙарға ярҙам иткән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Мин дә оҙаҡ йылдар сирләнем, Силәбе, Коркинолағы һәм башҡа дауаханаларҙа яттым. Тик бер ҡайҙа ла ярҙам итә алманылар. Ә һеҙҙән йәш кеше кеүек ҡайтып киттем, ә бит 70 йәштәмен. Хоҙай һеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер бирһен. Анатолий”.
“Хаҡлы ялда булған Тамара Александровна булам. Мине Әнисә аяҡҡа баҫтырҙы. Ауыртыныуҙарым бөттө, умыртҡа һөйәктәрем урынына ултырҙы, баш ауыртыуҙарым юғалды. Бөтәһе өсөн дә, йылы һүҙҙәре өсөн дә рәхмәт. Әнисә, ҡулдарың алтын!”
“Беҙ – Ефановтар ғаиләһе һинең оҫта ҡулдарың өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙ беҙҙе төрлө ауырыуҙан дауаланығыҙ. Яҡшы психолог та булып тораһығыҙ, кешене дөрөҫ аңлайһығыҙ. Кем ниндәй дауалауға мохтаж булыуын шунда уҡ асыҡлау һәләтегеҙ бар. Һеҙ – хирург та, терапевт та, ортопед та. Рәхмәт”.
“Башым да ауырта, арҡам менән проблемалар бар ине. Һеҙҙә булған һәр сеанстан һуң ҡанатланып ҡайтам, йәшәге килә. Һеҙҙең ҡулдарығыҙ сос һәм һиҙгер”, – тип яҙа Любовь исемле ҡатын.
“Минең билем ныҡ ауырта ине. Ике тапҡыр барғандан һуң баҫҡыс буйлап йәш үҫмер кеүек еңел йөрөй башланым. Ҙур рәхмәт, тормош көсөгөҙ бер ҡасан да юғалмаһын. Юрий”.
“Улымдың һәм ейәнемдең аяғын дауаланы. Хәҙер уларҙың бөтәһе лә яҡшы. Үҙемде лә аяҡҡа баҫтырҙы. Әнисә апай, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Лесовтар ғаиләһе”.
“Мине биш көн эсендә кеше иттегеҙ. Быға тиклем ҡайҙа ғына, кемдә генә булманым. Бүҫергә операция ла эшләтеп ҡараным, файҙаһы булманы. Һеҙ генә мине аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Изге теләктәр менән – Әлфиә”.
Бындай рәхмәт һүҙҙәрен әллә күпме дауам итергә мөмкин. Улар гәзит битенә генә һыймай, хатта ҡалын китап итеп баҫтырырға була.
Әлбиттә, мөрәжәғәт итеүселәр араһында бер килеүҙән дауаланырға өмөтләнеп килгәндәр ҙә бар. Ундайҙарға ҡарата Әнисә апайҙың фекере етди: “Бер килеүҙән һауығып китермен, тип килгәндәр бар. Массаждың файҙаһы тейһен өсөн курс үтергә кәрәк. Бер ҡатын яңы бала тапҡан ҡыҙын алып килгәйне. Бахыр бала саҡ йөрөй. Билен ултырттым, әммә тағы ла курс үтергә талап ителә ине. Башҡаса килмәнеләр ҙә, һуңынан үпкәләп йөрөгәне ишетелде. Мин бит береһен дә массажға йөрөргә өгөтләмәйем. Ярҙамға мохтаж булғандарҙы ысын күңелдән дауаларға тырышам. Әлбиттә, бушлай ҙа хеҙмәт күрһәтә алмайым, ҡул көсөм китә. Хеҙмәтемдең әжере лә булырға тейеш. Дин дә быны тыймай”, – ти.
Ярҙамға мохтаждар менән көн дә осрашып, уларҙың тәнен генә түгел, ә күңелен дә дауаларға тырышҡан Әнисә апайға ҡарап, бәләкәй генә башҡорт ҡатынының шул тиклем көслө рухлы булыуына һоҡланам. Ул бит тормош юлында осраған ҙур ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һәр тыуған көнгә ҡыуанып, Аллаһы Тәғәләгә ышанып, намаҙ уҡып көс алып, Хоҙай биргән һәләте менән кешеләрҙә йәшәү дәрте уята, һаулыҡтарын ҡайтара. Ҡәҙерен беләйек ошондай милләттәшебеҙҙең.
Рәмилә МУСИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Әнисә Намаҙбаеваны түбәндәге телефондар аша табырға була:
8 962 5436179, 8 917 4718993.