«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үпкәмде онота алмайым



05.02.2018 Үпкәмде онота алмайым

Үпкәмде онота алмайымМинән 27 йәшкә оло бер инәйем бар. Элек бик йылы мөнәсәбәттә инек. Йыл ярым элек ул мине нахаҡҡа рәнйетте, яҡын кешеләрем хаҡында ла насар һүҙҙәр әйтте. Шунан алып уның менән бөтөнләй һөйләшмәйем. Аңлайым, мин уны ғәфү итергә тейешмен, яҡындарым да шуны талап итә, инәй ҙә күптән үҙенә саҡыра. Ләкин ул иҫемә төшһә, үҙенән-үҙе ҡулдарым йоҙроҡҡа төйөлә, ҡалтырана башлайым, кәйефем төшә. Ә фотоһы күҙгә салынһа, күңелем болғана. Ошо хәлем мине ҡурҡыта, әллә аҡылдан яҙа башланыммы?
Рима, 29 йәш.

Әгәр ҙә был проблеманы хәл итмәһәгеҙ, ул яңы конфликттар тыуҙырасаҡ, тормошоғоҙҙо артабан да ағыулаясаҡ. Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә, үкенестәр ҡалмаһын.
Күңелегеҙҙә инәйегеҙгә ҡарата ҙур үпкә һәм әйтеп бөтөлмәгән һүҙҙәрегеҙ ята. Шуға күрә, һеҙҙә психосоматик үҙгәрештәр булған. Иң алда кире эмоцияларҙы сығарыр­ға кәрәк. Инәйегеҙҙең фотоһын алдығыҙға һалып алығыҙ ҙа, уға бар рәнйеүегеҙҙе һөйләгеҙ, илағыҙ, ҡысҡырығыҙ. Әгәр ҙә ҡыҙып китһәгеҙ, яҫтыҡты туҡмағыҙ (был шаярыу түгел, Японияла шундай алым бар). “Пар”ҙы сығарғас, туғанығыҙҙы ысын күңелдән ғәфү итегеҙ. Уға ҡарата йылы һүҙҙәр әйтегеҙ, изгелектәрен хәтерләгеҙ. Артабан бүләк тотоп, инәйегеҙгә ҡунаҡҡа барығыҙ. Ғәйеп ташламай ғына, уның менән аңлашығыҙ, ҡосаҡлашып илап алһағыҙ ҙа була. Шунан һуң йөрәгегеҙҙән ауыр таш төшөр, рәхәт кенә еңеллек тойорһоғоҙ. Киләсәктә ололарҙың ҡайһы бер сифаттарына юмор менән ҡарарға өйрәнһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға