22.02.2018 Һуғандың ярҙамы тейҙе
Йөрәк ауырыуынан аяҡтарым ныҡ итеп шешенеп, һары һыу йыйылды. Уларға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Шул ваҡыт күптәнге танышым бер рецепт биргәйне, ярҙамы тейҙе. Бының өсөн ике һуғанды таҙартып, ит үткәргестән үткәрергә һәм өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибеп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк һутын һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә. Аяҡтың шешеүе бөткәнгә тиклем шул дарыуҙы эсергә кәрәк. Әлбиттә, һөҙөмтә тиҙ генә лә булмауы мөмкин, әммә әҙ-әҙләп кенә булһа ла шешеүе ҡайта.
Вилә.
Шаран районы.