«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ниндәй дарыу һайларға?



14.02.2018 Ниндәй дарыу һайларға?

Ниндәй дарыу һайларға?
Бөгөн дарыуҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Һәр ауырыуға төрлөһөн һайлап алырға мөмкин. Кемдәрҙер – хаҡына, кемдәрҙер сифатына ҡарап, үҙенә оҡшағанын һайлай. Әммә һайлаған ваҡытта нисек яңылышмаҫҡа? Ғөмүмән, дарыуҙың ҡайһыныһы яҡшыраҡ?
Уларҙың барыһының да составында ике йөҙ самаһы матдә бар. Дарыуҙың исеме һәм шуға ярашлы хаҡы етештереүсе фирмаһына ҡарап үҙгәрә. Шунлыҡтан үтә ҡиммәтле һәм иң арзан дарыу ҙа берҙәй үк һөҙөмтәгә эйә булыуы ихтимал. Ә һатып алынған дарыуҙың файҙаһы тейһен өсөн уны тәғәйенләнеше буйынса ҡулланырға кәрәк.
Беренсенән, дарыухананан тап табип яҙып биргән дарыуҙы һатып алығыҙ. Фармацевтарҙың кәңәшенә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, улар ҡиммәтерәген йә булмаһа ҡулланыу ваҡыты сығып барған дарыуҙы тәҡдим итә.
Икенсенән, дозаһын тоторға кәрәк. Әгәр ҙә табип яҙып биргән рецепта, көнөнә өс тапҡыр эсергә, тиелгән икән, был мотлаҡ үтәлергә тейеш. Үҙ аллы уның күләмен арттырырға йәиһә әҙәйтергә уйламағыҙ ҙа! Быны табип ҡына хәл итә.
Өсөнсөнән, билдәләнгән режимды ла һаҡларға кәрәк. Әйтәйек, рецепта дарыуҙы ашағандан һуң эсергә тиелгән икән, мотлаҡ шуны үтәргә. Ә инде ашарға тиклем йәиһә ашағанда эсергә ҡушылһа, мотлаҡ ошо ваҡытта дарыуҙы эсергә онотмағыҙ. Сөнки билдәләнгән ваҡытта ҡулланып ҡына иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Дүртенсенән, дарыуҙы ябай, газһыҙ һыу менән генә эсергә тәҡдим ителә. Һут, сәй, ҡәһүә йәиһә алкоголле эсемлек ҡулланыу дарыуҙың һөҙөмтәлелеген генә юғалтып ҡалмай, ағыуланыу ҡурҡынысы менән дә хәүефле.
Тиҙерәк үҙләштерелһен өсөн капсулаларҙы йәиһә төймәләрҙе тешләргә ашыҡмағыҙ. Ул юҡҡа ғына шундай формала сығарылмаған.
Дарыуҙарҙың ҡулланыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан икән, ҡулланыуҙан баш тартығыҙ, сөнки ул юҡҡа ғына күрһәтелмәгән. Ә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан дарыу һеҙҙең өсөн ағыуға әүерелеүе ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға