«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Прополис менән дауалау



13.02.2018 Прополис менән дауалау

Прополис менән дауалау
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын прополис менән дә дауалап була. Спиртлы төнәтмәһен әҙерләү өсөн 10 г прополисты ваҡлап, 100 г спирт ҡойорға һәм 30 минут болғатып торорға. Өс көн төнәтергә, тағы болғатырға һәм 2 сәғәткә һалҡынға ҡуйып алғандан һуң ҡағыҙ фильтр аша һөҙөргә. 18 – 20 көн буйы 15 – 20 тамсыһын һыуға йәиһә һөткә ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн прополис майы ла файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 10 г ваҡланған прополисҡа һыулы банкаға ултыртып йылытыл­ған аҡ майҙы ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы шулай уҡ һыулы банкаға ҡуйып һәм туҡтауһыҙ бутап тороп, 50 – 60 минут йылытырға. Һуңынан бер ҡат марля аша һөҙөп алырға. Был дарыу ашҡаҙан сей яраһынан һәйбәт. Ауыртыу, ғәҙәттә, 4 – 5 көндә кәмей, ә 10 – 12-се көнөнә бөтөнләй бөтә. Дауаланыу өсөн ашарҙан ярты сәғәт алда, һөткә ҡушып, көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 18 – 20 көн.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға