«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Банандан эсемлек



11.02.2018 Банандан эсемлек

Банандан  эсемлек
Йоҡлар алдынан дәрсен (корица) менән бананды ҡайнатып эсеп ҡарағыҙ.
Был эсемлектең тәме үҙенсәлекле генә, ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та етмәҫ, әммә иҫ киткес дауалау көсөнә эйә. Тиҙ арала организмығыҙҙы көйләп, аяҡҡа баҫтырыр. Коктейлдең төп компоненты булған банан калийға, магнийға һәм фосфорға бай. Калий йөрәк мускулы һәм, ғөмүмән, бөтә мускулдар өсөн дә файҙалы. Фосфор организмға углеводтарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Дәрсен Альцгеймер, Паркинсон ауырыуҙарынан, склероздан, менингиттан һәм төрлө шештән һаҡлай.
Коктейль әҙерләү өсөн дәрсендең онтағын түгел, ә таяҡсаларын алырға кәрәк. Был ғәжәп тәмләткес түлһеҙлектән дә ярҙам итә, сөнки гүзәл заттың организмында ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет гормондары иҫәбен тигеҙләй. Бынан тыш, дәрсен ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен кәметә. Шифалы эсемлектең файҙаһы өс көндән үк беленә башлай. Уны әҙерләү өсөн ныҡ бешкән бананды ла ҡулланырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға