«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәсте нығытыу өсөн



08.02.2018 Сәсте нығытыу өсөн

Сәсте нығытыу өсөн
Дарыухананан "Эссенциале" (ампулалағы) дарыуын һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Уның составында витаминдар һәм фосфолипидтар бар. Фосфолипид күҙәнәк мембраналарын нығыта, ә был сәстең тамырҙары өсөн бик тә яҡшы. 0,5 ампулаға бер йомортҡа һарыһы һәм 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушып, бергә яҡшы итеп бутарға. Сәсте йыуғандан һуң, таҫтамал менән һыуын бер аҙ ҡоротҡас, ошо ҡатнашманы тамырҙарына һөртөргә һәм массаж яһарға. Һуңынан өҫтөнә целлофан һәм таҫтамал ҡаплап, бер сәғәт тоторға (ҡыҫҡа сәс өсөн 1/3 ампула ла етә). Һуңынан йылы һыу менән сайып төшөрөп, киптерергә генә ҡала. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡабатлап торғанда, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға