«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Гранат һуты бөйөрҙәргә ярҙам итә



05.02.2018 Гранат һуты бөйөрҙәргә ярҙам итә

Гранат һуты бөйөрҙәргә ярҙам итәГранат, антиоксиданттарға бай булыу сәбәпле, күптән ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Израил ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр был емештең һуты бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы тороусы яҡшы сара булыуын күрһәткән. Ул диализ үтеүсе пациенттарҙы төрлө өҙлөгөүҙән (инфекциянан, йөрәк сиренән) һаҡлай. Тәжрибәлә ҡатнашыусы төркөмдөң яртыһына диализ үтер алдынан гранат һуты эсергәндәр, икенсе яртыһына – плацебо. Һөҙөмтәлә, кемдәр һут эскән, операцияны күпкә еңелерәк үткәргән.
Быға тиклем гранаттың холестеринды кәметеүгә һәм ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итеүе билдәләнгән. Өҫтәүенә, ул кешенең репродуктив һәләтен әүҙемләштерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға