«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йүтәлдән нисек ҡотолорға?



26.01.2018 Йүтәлдән нисек ҡотолорға?

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарым­һаҡҡа 100 грамм аҡ май ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарығыҙҙы майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.

- Бер тигеҙ өлөштә ҡыр­ғыс­тан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, шуны эсегеҙ.

- Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.

- 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға 5 стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була.

- Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауаны ҡулланып ҡарағыҙ: 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда ғына сода, 1 сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан 2 – 3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә. һыуытҡыста һаҡларға.

(“Ғаилә календары”нан алынды).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға