«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йәшел сәйҙең шифаһы



24.12.2018 Йәшел сәйҙең шифаһы

Йәшел сәйҙең шифаһы
Оҙайлы байрамдар яҡынлаша. Был инде артығын ашау­ға, спиртлы эсемлектәр менән мауығыуға килтерә. Ошоға бәйле, табиптарҙың бер нисә файҙалы кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.
Спиртлы эсемлек менән мауығыу ҡан тамырҙары стенкаларының ҡалынайыуына һәм һыныусанлығына килтерә. Тамырҙарҙы нығытыу­ға йәшел сәй булышлыҡ итә. Ундағы биологик актив матдәләр ҡан тамырҙарына, артерия баҫымын көйләү механизмына, матдәләр алмашыныуына, холестериндың яңырыуына ыңғай тәьҫир итә. Көнөнә 3 – 5 сынаяҡ сәй эсергә кәрәк. Уны бер стакан һыуға бер ҡалаҡ сәй иҫәбенән быяла сәйнүктә бешереп эсергә ҡушалар. Шәкәр һалмайынса, бал, кипкән еләк-емеш, ҡара шоколад ҡушып эсергә тәҡдим ителә. Файҙаланылған япраҡтарын ташламай, ашап ҡуйғанда тағы ла яҡшы.
Кәбеҫтә тоҙлағанда, бер аҙ йәшел сәй (бер кәбеҫтәгә өс балғалаҡ сәй) ҡушһаң, тылсым көсөнә эйә шифалы коктейль килеп сыға. Уға бер аҙ кишер менән сөгөлдөр ҙә ҡушып тоҙларға мөмкин. Гипертониктарға сельдерей тамыры ла (бер кәбеҫтәгә 400 – 500 г) ҡушһаң, файҙаһы тағы ла ҙурыраҡ.
Әлбиттә, бер көн йәшел сәй эсеп, ниндәйҙер мөғжизә булыр тип көтөү урынһыҙ. Ундағы биологик актив матдәләр тиҙ генә һөҙөмтә бирмәһә лә, оҙаҡ көттөрмәҫ. Бының өсөн көн һайын йәшел сәй эсергә ғәҙәтләнергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға