«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киҙеүҙән һаҡланығыҙ!



19.01.2018 Киҙеүҙән һаҡланығыҙ!

Киҙеүҙән һаҡланығыҙ!
Киҙеү эпидемияһы ҡыҙған осор. Кемдең иммунитеты насар, кемдәргә йәмәғәт транспортында йөрөргә тура килә, түбәндәге кәңәштәрҙе тоторға тырышығыҙ.

/ Киндер-сюрприздың пластмасса һауытын алып, тишектәр эшләгеҙ һәм эсенә һарымһаҡ тултырып, еп менән муйынығыҙға бәйләп йөрөтөгөҙ.
/ Ҡулъяулыҡҡа аҡ шыршы (пихта) майы һеңдереп, шуны полиэтилен тоҡсайға һалып, янығыҙҙа йөрөтөгөҙ.
/ Урамға сығыр алдынан танауығыҙға оксолин майы һөртөгөҙ, ауыҙығыҙға лимон йә әфлисун киҫәге ҡабығыҙ.
/ Янығыҙҙа берәйһе сөскөрә башлаһа, танауығыҙға һарымһаҡты яҡыныраҡ килтерегеҙ йә аҡ шыршы майы һеңгән ҡулъяулыҡты баҫығыҙ.
/ Киҙеү менән сирләүсе кеше янында булырға тура килһә,
– өйгә ҡайтҡас, танауығыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡатығыҙ,
– тамағығыҙҙы сода йәиһә фурацилин иретмәһе менән сайҡатығыҙ,
– йылы душ йә мунса инегеҙ, массаж урынына тәнегеҙҙе йыуғыс менән ныҡ итеп ышҡығыҙ,
– аяғығыҙҙы йылы һыуға тығып ултырығыҙ, табанығыҙға йод һөртөгөҙ, бармаҡтар араһын “Звез­дочка” бәлзәме менән ыуығыҙ.
Төнгөлөккә, ҡыҙыл шарап ҡушып, ҡурай еләге менән эҫе сәй эсегеҙ. Шулай уҡ бөтнөк, йүкә сәскәһе, ҡарағат япрағы һәм бал ҡушып та сәй әҙерләргә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға