«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?



16.01.2018 Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?

Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?Дуҫтарымдың күбеһе интернет аша таныша, үҙҙәренә пар эҙләй. Унда һөйөү ысын буламы ни?
Алина И., 23 йәш.
Баймаҡ ҡалаһы.

Актуаль һорау. Күптәребеҙгә был ғәжәп тойолалыр: нисек инде һин әлегә күрмәгән кешегә ҡарата һөйөү уты тоҡаныуы мөмкин? Интернет киңлегендә бер-ике кәлимә алышалар ҙа – мөхәббәт килде, имеш. Тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булған һымаҡ килеп сыға бит. Ләкин ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя. Оҡшатҡан кешегеҙ яҡын-тирәлә йәшәһә ярай ҙа ул. Әгәр ҙә ул бик алыҫта, икенсе ҡитғала булһа, виртуаль һөйөүҙе ысынға әйләндереүе ауырға тура киләсәк. Интернет аша төн уртаһына тиклем әңгәмә ҡороу мөнәсәбәтегеҙҙең тәүге стадияһы ғына. Был хәлде оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәй.
“Интернет – ул ҙур сәхнә, һәр кем унда үҙенә тәғәйен ролде башҡара” тигән фекер менән килешәм. Социаль селтәрҙәр ярҙамында оҙаҡ аралашып, бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ кеүек тойола башлай. Күптәр унда идеаль образ битлеген кейә. Интернет донъя­һында ул яғымлы, шаян, үткер фекерле, һөйкөмлө, тәрбиәле. Ысынбарлыҡта был кешенең ялҡау, алдаҡсы йәки баҙнатһыҙ булыуы ихтимал. Шуға күрә интернеттағы “дуҫығыҙ”ға бар йөрәктән ышанмағыҙ. Берүк ашығыс һығымталар яһамағыҙ, ғашиҡтар ысынбарлыҡты дөрөҫ баһаламай. Үҙегеҙҙе хаталарҙан араларға теләһәгеҙ, бар ҡыйыу­лығығыҙҙы йыйып, “һөйгәнегеҙ”ҙән һеҙгә ҡарата ниндәй тойғо кисергәнен һорағыҙ һәм осрашырға теләүегеҙҙе әйтегеҙ. Күрешкәс, бер-берегеҙҙе бөтөнләй оҡшатмауығыҙ бар.
Виртуаль аралашыу – ул йөҙ процент алдаҡ, тип әйтергә теләмәйем. Мөғжизәләр була! Әгәр ҙә барыһы ла яҡшы икән, һеҙгә уңыштар теләргә ҡала. Интернет ярҙамында тыуған тойғоно һаҡлау өсөн дә күп көс кәрәк буласаҡ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға