09.01.2018 Ирем менән юҡҡа үпкәләшә башланыҡ...
Һаумыһығыҙ! Минең исемем – Дилә. Ирем менән никахта бер йыл йәшәйбеҙ. Өйләнешкәнгә тиклем оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөк, ләкин бергә торманыҡ. Туйҙан һуң барыһы ла ал да гөл булды. Һуңғы осорҙа хәл кире яҡҡа үҙгәрҙе. Юҡтан ғына әрләшә, үпкәләшә башланыҡ. Эш шунда – бөтә йорт мәшәҡәттәре минең өҫтә. Был миңә оҡшамай. Ярҙам итеүен һораһам, эштән ныҡ арып ҡайтыуына һылтана. Уға бер нәмә лә кәрәкмәй, ҡайта ла, ҡырын төшөп ятып ял итә. Ә миңә ҡыйын. Әйтегеҙсе, нимә эшләргә?
Ирегеҙҙән өй эштәрендә ярҙам һорауығыҙ тәбиғи. Сөнки ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡороуҙа, донъя көтөүҙә ике яҡтан да уртаҡ көс һалыу талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблемағыҙ – күп йәш ғаилә парына хас күренеш.
Барыһы ла һеҙҙең ҡулда. Тимәк, был хәлдән сығыу юлдарын үҙегеҙ таба алаһығыҙ. Иң тәүҙә ирегеҙ менән яҡшылап һөйләшеп алығыҙ. Тыныс ҡына, эмоцияларға артыҡ бирелмәй генә, килеп тыуған хәлде икегеҙгә лә аңларға кәрәк. Иң мөһиме: һөйләшеүҙе дөрөҫ ҡора белеү (ғәйепләү, шелтә булырға тейеш түгел). Һөйләмдәрҙе беренсе заттан төҙөргә өйрәнегеҙ, “миңә иғтибарың етмәй, шуға борсолам” кеүегерәк һүҙҙәр аша хистәрегеҙҙе белдерегеҙ.
Әгәр инде бындай әңгәмә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәһә, икенсе юлдарҙы ҡарарға мөмкин. Беренсенән, барыһын да нисек бар, шулай ҡалдырыу. Икенсенән, стратегияны икенсе төрлө ҡороу. Ирегеҙҙе үҙгәртеп булмай икән, ниндәйҙер компромисс табырға тырышыу. Мәҫәлән, һөйләшеп, ғаилә ҡағиҙәһен төҙөү, унда һәр кемдең бурыстарын аныҡ билдәләү. Түҙемлек һәм уңыштар һеҙгә!
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.