«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...



21.12.2017 Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...

Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...
Кешеләр менән уртаҡ тел табыуы, аралашыуы ауыр. Сәбәбе: юҡ-барға тиҙ генә үпкәләп, асыуланып барам, үҙемде тупаҫ тотам. Мәҫәлән, аяғыма яңылыш баҫһалар ҙа, урынһыҙыраҡ шаяртһалар ҙа, ҡыҙам да китәм. Ситтән ҡарағанда, был бик йәмһеҙ күренәлер. Ләкин үҙемде контролдә тота алмайым. Нисек итеп ошо хәлдән ҡото­лорға?
Л. ФАЗЫЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Бындай проблема киң таралған. Күптәргә той­ғолар­ҙы теҙгендә тотоу еңел генә бирелмәй. Эмоциялар контроле үҙ-үҙеңә бикләнеү тигәнде аңлатмай. Хистәр менән идара итергә өйрәнергә кәрәк.
Йәнегеҙ көйгәндә, бының сәбәбен асыҡларға тырышығыҙ. Күп осраҡта беҙ быны аңлап та, белеп тә етмәйбеҙ. Һәр саҡ кемделер, нимәнелер ғәйепләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, һеҙ­ҙең осраҡта, аяғығыҙға яңылыш баҫҡан кеше тура­һында һеҙҙә кире уйҙар барлыҡҡа килә. «Әрпеш, башҡалар тураһында уйламай, иғтибарһыҙ һ.б.», – тип уны эстән генә битәрләйһегеҙ. Кәйефегеҙҙең төшөүенә кем ғәйепле? Аяғығыҙға яңылыш баҫҡан кешеме? Юҡ. Кә­йефегеҙ баяғы уйҙарығыҙ арҡаһында юҡҡа сыҡты. Асыу­ланыуығыҙ хаҡында баяғы кеше бер нәмә лә белмәй, һеҙҙе күптән онотҡандыр ҙа. Ә бәлки, был осраҡта үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар­ҙыр. Һеҙ уны күрмәйенсә, юлында торғанһы­ғыҙ­ҙыр? Әммә тик уны ғәйеп­ләй­һегеҙ. Һөҙөмтәлә үҙегеҙгә генә зыян килтерәһегеҙ.
Һеҙгә кире эмоцияларҙан ҡотолорға өйрәнергә кәрәк. Ғәйептең башҡаларҙа ғына түгел, үҙегеҙҙә лә булыу их­тималлығын онотмағыҙ. Уй­ҙарығыҙҙы яҡшы яҡҡа көйләп, тәртибегеҙҙе, хатта тормош сифатығыҙҙы ла үҙгәртә алаһығыҙ. Һөҙөмтәлә тирә-йүндәгеләр менән мө­нәсәбәттәр яҡшырыр. Уңыштар һеҙгә!

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға