«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһы



17.12.2017 Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһы

Сөгөлдөрҙөң сәләмәтлеккә файҙаһыСөгөлдөр шифалы һәм туҡлыҡлы матдәләргә бай. Сей килеш тә, бешкән көйө лә уның сәләмәтлек өсөн файҙаһы бик ҙур. Дауаланыу өсөн был йәшелсәнең ҡуйы ҡара төҫтәгеһен һайлап алырға. Үҙ баҡсаңда үҫкәне тағы ла яҡшыраҡ.

1. Ҡауаҡҡа ҡаршы.
Өс литрлыҡ банкаға 1,5 л һалҡын һыу ҡойорға һәм таҙартыл­ған, туралған сөгөлдөр һалырға. Бер тәүлек тотҡандан һуң йылы һыу ҡушып, сәсте шуның менән йыуырға. Ҡауаҡ бөтәсәк.

2. Мастопатиянан.
Бер сөгөлдөрҙө бешереп, эре ҡырғыстан үткәрергә һәм бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушырға. Ауыртҡан күкрәккә 5 – 10 минутҡа ошо сөгөлдөрҙө йылы килеш һалыр­ға. Был дауалау процедураһын алты тапҡыр ҡабатларға.

3. Гаймориттан.
Сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алып, бер аҙ йылыт­ҡас, шунда мамыҡты манып, 10 минутҡа бер танау тишегенә, һуңынан икенсеһенә ҡуйырға. Өс көндән һуң ауырыу юҡҡа сығыр.

4. Бауыр ауырыуҙарынан.
Үт ҡыуығы һәм бауыр ауырыуҙарынан организмды таҙартыу ярҙам итә. Иң яҡшыһы – сөгөлдөр ҡулланыу. Урта ҙурлыҡтағы өс сөгөлдөрҙө бәләкәй генә шаҡмаҡтарға ҡырҡҡылап, өс литрлыҡ банкаға һалырға. Ике ҡалаҡ он, 500 г шәкәр ҡушырға. Полиэтилен ҡапҡас ябып, ике тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Көнөнә ике тапҡыр болғап торорға. Һуңынан 700 г таҙартылған йөҙөм, 4 стакан шәкәр, ярты стакан һыу өҫтәргә һәм ете тәүлеккә әсетергә ҡуйырға. Көнөнә бер тапҡыр болғатырға. Әҙер булғас, һөҙөп алырға. Бер литр самаһы сөгөлдөр кеүәҫе килеп сығырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ эсергә. Өс ай ял итеп алғандан һуң дауаланыу курсын дауам итергә. Бер йылдан бауыр тулыһынса таҙарып, сәләмәтләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға