«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йәшәү көсөн ҡайҙан алырға?



14.12.2017 Йәшәү көсөн ҡайҙан алырға?

Йәшәү көсөн ҡайҙан алырға?
Медицина фәндәре докторы, табип-гематолог Булат Бакиров ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ, тибеҙ. Был хаҡта бигерәк тә ауырып киткәс ҡат-ҡат ҡабатлайбыҙ. Ҡаҙалып китһен донъя малы, һауыҡһам, диетаға ултырам, спорт менән шөғөлләнәм, үҙемде ҡарайым, тип ант бирәбеҙ. Ә аяҡҡа баҫҡас, вәғәҙәләрҙе онотабыҙ ҙа йәнә мәшәҡәттәргә сумабыҙ. Уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһының үҙ һаулығынан да ҡиммәтерәк байлығы юҡ. Әңгәмәсем – медицина фәндәре докторы, доцент, табип-гематолог Булат БАКИРОВ та шундай фекерҙә. Ә ул тыуымды ла, үлемде лә, һауығыуға өмөтөн юғалтып та йәнә аяҡҡа баҫҡандарҙы күп күргән. Уның пациенттары – башлыса ҡан яман шешенә дусар булыусылар. Әңгәмәсем әйтеүенсә, был сирҙе еңеүгә өмөт 90 процентҡа тиклем тәшкил итә.
Булат Бакиров – Рәсәй терапевтар йәмғиәте ағзаһы, Рәсәй, Европа һәм Америка гематологтары ассоциациялары ағзаһы, уның фәнни эшмәкәрлеге киң. 94 мәҡәлә, 4 монография, 15 патент авторы. Ул шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында буласаҡ табип­тарҙы уҡыта.


– Булат Әхәт улы, ни өсөн нәҡ ошо һөнәрҙе һайланығыҙ? Ни өсөн, мәҫәлән, токарь, иҡтисадсы йәки космонавт түгел?

– Табиптар ғаиләһендә тыуған­мын, өсөнсө быуынды дауам итеүсемен. Күпселек туғандарым, инәй-олатайҙарым һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең төрлө тармағында тир түгә, яуаплы вазифаларҙы атҡара. Мәҫәлән, әсәйемдең олатаһы Миңлеғәлим Хәзиғәли улы Камалов 1960 – 1986 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләне. Атайым Әхәт Барый улы (БР Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған табибы. Әлеге көндә Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры – авт.) оҙайлы йылдар врач-гематолог, әсәйем Зөһрә Вәли ҡыҙы табип-ревматолог (әлеге көндә Ғ. Ҡы­уатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары) булып эшләне.
– Тимәк, бәләкәй Булат алдында һайлау мөмкинлеге лә булмаған?
– Юҡ, булды (йылмая). Мәҫәлән, ҡустым Азат юрист һөнәрен һайланы. Әле ул БДУ-ның Хоҡуҡ институтында белем бирә, юридик фәндәр кандидаты. бер үк шарттарҙа үҫһәк тә, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө өлкәне һайлағанбыҙ. Юрист һәм табип һөнәрҙәре оҡшаған да кеүек. Проблеманың сәбәбенә төшөнөү, эҙләнеү, кешеләргә ярҙам итеү кеүек сифаттар ике һөнәр эйәһенә лә хас.
– Ни өсөн гематология өлкәһен һайланығыҙ?
– Атайымдың юлын дауам итке килде. Ул – ошо юҫыҡта күп эшләгән ғалим, дүрт йөҙгә яҡын ғилми эше бар, егермеләгән асыш авторы. Киҫкен һәм хроник лейкоз менән ауырыусыларҙы дауалау методикаһы буйынса күп эшләгән. Минең гематология өлкәһенә эләгеү һуҡмағым тура һәм таҡыр булманы. Һуңғы йылдарҙа ошо өлкә ҙур аҙымдар менән алға атланы. Атайым эшләгән осор менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Бик күп инвазив ысул барлыҡҡа килде, заманса препараттар булдырылды. Күп нәмәне үҙ ҡулдарым менән эшләү теләге, ошо өлкәлә яҡшы белгес булыу маҡсаты мине реаниматологияға илтте. Шуға күрә хеҙмәт юлымды анестезиолог-реаниматолог булараҡ башланым. Ун йыл эшләү дәүерендә бик күп нәмәгә өйрәндем. Гематология бүлегенә килгәндә яҡшы тәжрибә туплап өлгөргәйнем. Һөҙөмтәлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының интенсив терапия эшмәкәрлеге, гематология бүлеге яҡшыртылды. Ошо дауахананың реаниматолог һәм гематологтары менән бергә эшләү арҡаһында постинтенсив терапия бүлеге ойошторолдо. Химия терапияһы курсы үтеүселәрҙе, киҫкен сирҙән һуң өҙлөгөүселәрҙе реанимация бүлегендә түгел, стериль бокстарҙа дауалау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шулай уҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау программаһына ярашлы, Стәр­летамаҡтағы гематология бүлеге кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды.
– Кемдәр улар – гематологтар? Ниндәй проблемаларҙы хәл итә­һегеҙ?
– Гематология – ул ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар сирҙәрен өйрәнеүсе фән. Пациент дауалау учреждениеһына эләккәс, уға, ғәҙәттә, дөйөм ҡан анализы тәғәйенләйҙәр. Ҡан – ул һаулыҡ көҙгөһө. Сәләмәтлектә бәләкәй генә үҙгәреш булһа ла, тәү сиратта ҡанда күренә. Ашҡаҙан-эсәк трактында булһынмы, бауыр-үпкәләме, берәй елһенеү процесы барһа, анализда шундуҡ сағылыш таба.
Дауалау курсы яҡшы үткәндә, бар талаптар теүәл үтәлгән осраҡта, ҡан сирҙәренән (дөйөмләштереп әйткәндә, ҡан яман шешенән) һауығыу ихтималлығы 90 процентҡа тиклем тәшкил итә. Мәҫәлән, ике йыл элек Екатерина лимфома сиренә (яман шештең бер төрө) тарый. Ул саҡта уның ун биш аҙналыҡ ауыры бар ине. Аборт яһатыу мәсьә­ләһе ҡуйылды, сөнки оҙайлы дауалау курсы, шул иҫәптән химия һәм нурландырыу терапиялары үткәрергә кәрәк. Табиптар менән дискуссия күп барҙы. Ә бөгөн Екатерина... сәләмәт ҡатын һәм бәхетле әсә! (Был хаҡта гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ – авт.). Шулай уҡ Әлшәй районының Раевка ауылынан киҫкен лейкоз сире менән ауырыған егет тураһында һөйләп үтәйем. Уға бер нисә йыл элек ошо диагноз ҡуйылғайны. Бер туған ҡустыһының арҡа мейеһе күҙәнәктәре күсереп ултыртылды. Ҡатмарлы операция, дауалау курсы уңышлы үтте – пациент тулыһынса һауыҡты. Шунан ул Өфө дәүләт нефть техник университетын та­мамланы. Итәғәтле, ыңғай, һөйкөмлө егеткә әле 27 йәш.
Элекке пациенттарыбыҙ йыш ҡына килә, улар туғандарым кеүек булып китә. Яҡындарын юғалтҡандар ҙа эшебеҙҙе аңлай, ауыр һүҙ әйтмәйҙәр, артабан да аралашыу өҙөлмәй.
Күптәр, гематологтар ҡандағы яман шеште дауалау менән генә шөғөлләнә, тип уйлай. Әле иһә гинекология, хирургия, хатта стоматология ошо фәнгә иғтибар бирә башланы. Мәҫәлән, теш ҡуйҙырыр алдынан гемостазға иғтибар биреү урынлы, сөнки ул имплантант сифатына йоғонто яһай.
Бөгөн иммунолог, гематолог кеүек белгестәр күп түгел. Ми­неңсә, һәр табип үҙ өлкәһендәге проблемаға тәрәнерәк, йәғни гематология күҙлеге аша ла ҡарарға тейеш.
– Илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һеҙҙе нимә шатлан­дыра?
– Рәсәй медицинаһы үҙ юлы менән үҫешә. Ҡайһы саҡ сит ил моделен күсерергә лә тырышабыҙ. Эйе, ҡытыршылыҡтар ҙа була, әммә объектив ҡараһаң, “ҡоро һандар”ға баҡһаң да, ыңғай үҙгәрештәр ҡыуандыра. Пациенттарға яҡшы кимәлдә ойошторолған медицина ярҙамы күрһәтелә.
Табиптарға өҫтәмә белем алыу, камиллашыу мөмкинлеге киң, бихисап мастер-класс ойошторола. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында ла бындай шарттар булдырылған. Кеше ғүмере, һаулығы өсөн яуаплы кешеләргә үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү зарур. Ил етәкселегенең шуға ҙур иғтибар биреүе яҡшы.
Шәхси клиникаларҙың күбәйеүе һәм пациентҡа һайлау мөмкинлеге бирелеүе лә – ыңғай күренеш.
Медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе камиллаштырған бик күп пилот проекты булдырыла. Дауалау учреждениеһы базаһында реабилитация бүлектәре ойошторолоуы ҡыуаныслы. Ошо өлкәлә эшләүселәргә иғтибар арта, матди-техник база яҡшыртыла. “Һаҡсыл поликлиника” проекты Өфө һәм район-ҡала поликлиникаларына уңышлы индерелде.
– Белеүемсә, 2011 йылда ҡабул ителгән “Гематологияны үҫтереү һәм арҡа мейеһен трансплантациялау” республика программаһына ярашлы, яман шеш менән ауырығандарға өс операция уҙғарыл­ғайны. Ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
– Әлегә ҙур үҙгәрештәр юҡ, әммә киләсәккә өмөт ҙур. Ҡан сирҙәрен тулыһынса еңеү, туҡтатыу һәм ремиссияға өлгәшергә булышлыҡ иткән операциялар бөгөн илебеҙҙең ун алты үҙәгендә эшләнә. Яман шешкә дусар булыусы пациенттар башлыса Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына юллана.
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына беренсел күҙәнәктәрен (стволовые клетки) донорҙан алыуға рөхсәт биргән лицензия тапшырылды. Табиптарҙың да, республика власының да ҡыҙыҡһыныуы бар, киләсәктә беҙҙә ошондай үҙәк асылыр, тип уйлайым.
– Булат Әхәт улы, Аллаға ышанаһығыҙмы? Ә теге донъяға? Әллә кешеләр ни бары биороботмы?
– Әлбиттә, Аллаға, мәңгелек донъяға инанам. Медицина дин менән дә, милли мәсьәләләр менән дә ҡара-ҡаршы килмәй, сәйәсәткә лә ҡыҫылышы юҡ. Ҡанлы һуғыштар ваҡытында был һөнәр эйәләре бер яҡ өсөн дә көрәшмәй. Табиптың изге миссияһы бар – кешеләрҙе дауалау.
– Йән һәм тән сәләмәтлеге бер-береһенә бәйле тип иҫәпләйһегеҙме?
– Һис шикһеҙ. Юҡҡа ғына психосоматик өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килмәй бит. Психоэмоциональ торош сәләмәтлеккә ҙур йоғонто яһай. Насар уйҙар арҡаһында ауырыу барлыҡҡа килеүе бар. Шул уҡ ваҡытта сир ҙә кешенең холоҡ-фиғелендә, психикаһында эҙ ҡалдыра.
– Тимәк, сирләмәҫ өсөн үҙеңде яратырға кәрәк!
– Әлбиттә! Тик үҙеңде генә түгел, ә яҡындарыңды ла. Кешелекте, донъяны яратырға, миһырбанлы булырға кәрәк.
– Булат Әхәт улы, һеҙҙең өсөн мөхәббәт нимә ул?
– Ғаиләм. Ул мине илһамландыра, яңы үрҙәргә ҡанатландыра. Ҡатыным Анна менән өс бала үҫтерәбеҙ.
– Нисек йөҙ йәшкә етергә?
– Эсмәгеҙ, тартмағыҙ, кәмендә һигеҙ сәғәт йоҡлағыҙ, үҙегеҙҙе стрестарҙан аралағыҙ, тип әйтер инем. Тик был талаптарҙы теүәл генә үтәү мөмкин түгел. Минән шундай кәңәш: бөгөнгөгөҙгә шөкөр итергә өйрәнегеҙ, рәхмәтле булығыҙ. Һис шикһеҙ, ыңғай уйҙар, ҡыуаныстар кисергән кешенең һаулығы яҡшыраҡ була. Буй етмәҫтәй тойолған маҡсаттар ҡуйыу, уларҙы тормошҡа ашырыу һәм бынан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу кешегә иҫ киткес ҙур энергия, йәшәү көсө бирә.
– Әгәр ҙә һеҙгә бар кешелек өсөн нимәлер эшләү хоҡуғы бирелһә...
– Кешеләрҙе ҡыуанырға өйрәтер инем. Әйткәндәй, ошо юҫыҡтан Будданың тәғлимәте оҡшай. Буддистар үҙенең барлығы өсөн генә лә рәхмәтле. Нимәлер өсөн туҡтауһыҙ көрәш тә, кәрәкмәгәнгә сәбәләнеү ҙә юҡ. Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Юғиһә, матди донъя артынан сабып, кеше үҙ ғүмеренең илаһилығын күрмәй, күңел тыныслығын юғалта.
– Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт! Ун йыл реанимацияла эшләгән осороғоҙ хаҡында ла уҡыусыларға бер мәл һөйләрһегеҙ тип ышанып ҡалам.
– Яйы тура килһә, мотлаҡ булыр (көлә). Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем, үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ менән гармонияла йәшәгеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға