«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Тәмәкене юҡҡа ташланыммы?»



11.12.2017 «Тәмәкене юҡҡа ташланыммы?»

«Тәмәкене юҡҡа ташланыммы?»
Оҙаҡ йылдар хроник бронхит менән ыҙаланам. Һуңғы ваҡытта көслө йүтәл, тын етмәү йонсотто. Табип, тартыуҙы ташларға кәрәк, тигәс, ике аҙна инде тәмәкене ауыҙыма алғаным юҡ. Әммә хәлем яҡшырмай, киреһенсә, насарая ғына кеүек. Ҡаҡырыҡ сыҡмай, тын алыуы ауыр. Бәлки, тәмәке тартыуҙы ташларға кәрәкмәгәндер?
Сәлим.

Был хәл оҙаҡ йылдар тартҡан кешелә күҙәтелә. Тәмәке төтөнөндәге зарарлы матдәләр һәм төтөн үҙе лә тын алыу юлдарын ҡуҙғытып, хроник елһенеү процесына юл аса. Уны тәмәкесе бронхиты тип тә атап йөрөтәләр. Әммә был, яңынан тарта башларға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Ыңғай һөҙөмтә буласаҡ. Тик бының өсөн бер нисә ай буйы ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итеүсе дарыуҙар эсергә тура килер. Үгәй инә үләне, юл япрағы, һаҙанаҡ, татлы тамыр төнәтмәһе эсергә мөмкин. Минераль һыуҙың да файҙаһы бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға