02.12.2017 Халыҡ дауаһы ярҙам итәме?
Ҡыҙыма “гиперпластик гастрит” тигән диагноз ҡуйҙылар. Шул турала ныҡлабыраҡ аңлатып үтеп китһәгеҙ ине. Әле табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы эсә. Халыҡ медицинаһы буйынса был ауырыуҙы дауалап буламы икән?
Гөлшат.
Был – бик һирәк осрай торған ауырыу. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәренең яҡынса биш процентын тәшкил итә. Комплекслы һәм һөҙөмтәле дауалағанда, балаларҙы тулыһынса сирҙән арындырып була. Бындай гастриттың бер нисә төрө була. Хатта ауырыуҙың нилектән барлыҡҡа килеүенең аныҡ ҡына сәбәбе лә юҡ. Табиптар фекеренсә, уның билдәләре ашҡаҙан-эсәк трактының башҡа сирҙәрендәге кеүек үк. Ашҡаҙанға бәйле бөтә сирҙә лә туҡланыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Аш-һыуҙы парҙа бешереп әҙерләү яҡшы. Шулай уҡ әҙ-әҙләп йыш ашарға кәңәш ителә.
Дауалау курсын, ауырыуҙың ниндәй төрөнә һәм нисек үҫешеүенә ҡарап, табип билдәләй. Мотлаҡ ул ҡушҡанды үтәргә кәрәк. Халыҡ медицинаһы иһә үҙ ысулдарын тәҡдим итә. Өҫтәмә рәүештә уларҙы ла ҡулланырға була. Ҡағиҙә булараҡ, бында үләндәр менән дауалауға өҫтөнлөк бирелә. Ромашка, тырнаҡ гөлө, юл япрағы, кейәү үләне, илағут, боланут үләндәренең төнәтмәһен эсергә ҡушыла. Үләндәрҙе 200 мл һыуға бер ҡалаҡ нисбәтенән сығып әҙерләргә. Һуңынан 20 минут төнәтеп, ашарҙан 20 минут алда эсергә.