«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Каштандан нисек дарыу әҙерләргә?



26.11.2017 Каштандан нисек дарыу әҙерләргә?

Каштандан нисек дарыу әҙерләргә?Үләндәрҙе бик яратам, йыш ҡулланыр­ға тырышам. Гәзит-журналдарҙан, интернеттан төрлө рецепт йыйып барам.
Минең бер һорауым бар ине: өй шарттарында нисек итеп каштанды ҡулланып, төнәтмә һәм май әҙерләргә икән? Белеүемсә, ул варикоздан ныҡ ярҙам итә.
Гөлзәминә.
Бишбүләк районы.

Каштандың биологик әүҙем матдәләре ҡандың ойошоусанлығын кәметә һәм тромбтар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай. Шунлыҡтан уның сәскәһен һәм емештәрен ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен, тромбофлебитты, атеросклерозды, вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһын дауалағанда киң ҡулланалар.
Төнәтмә шулай әҙерләнә: 50 г каштан сәскәһенә йәки 10 өлгөргән емешенә 0,5 л араҡы ҡойоп, быяла һауытта йылы ҡараңғы урынға ҡуйыр­ға һәм ике-өс аҙна төнәтергә. Төнәтмәне сәскәһенән әҙерләгәндә ике аҙна төнәтеү ҙә етә. Һуңынан төнәтмәне һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 30 тамсы эсергә. Шулай уҡ көнөнә бер нисә тапҡыр аяҡтағы тамырҙар ҡалҡҡан урынға һөртөргә мөмкин. Дауаланыу курсы – өс ай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға