«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кисталарҙы нисек дауаларға?



24.11.2017 Кисталарҙы нисек дауаларға?

Кисталарҙы нисек дауаларға?
Бөйөр поликистозын нисек дауаларға? Операция яһатмай ғына кисталарҙың үҫеүен туҡтатып буламы?
Әлфиә.
Мәсетле районы.

Бөйөр поликистозы күп осраҡта тыумыштан була һәм, ғәҙәттә, бер үк ғаилә ағзаларында күҙәтелә. Уны УЗИ йәиһә компьютер томографияһы үтеп кенә асыҡлап була. Ауырыу йыш ҡына үҙен һиҙҙермәй. Кисталарҙың үҫешен туҡтатып булмай, әммә өҙлөгөүҙән һаҡланырға мөмкин. Һалҡын тейеүҙән, ауыр күтәреүҙән, ауыр эштән һаҡланығыҙ. Организмда инфекция сығанағы барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймағыҙ. Бүленеп сыҡҡан бәүелдең күләменә һәм сифатына иғтибар итегеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, көнөнә кәмендә биш тапҡыр кесе ярау итергә тырышығыҙ. Әгәр ҙә бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килеп, тән температураһы күтәрелә икән, уролог күҙәтеүе аҫтында ялҡынһыныуға ҡаршы дауалау терапияһы башларға кәңәш ителә. Бәүелдә ҡан таптары күренгәндә ятып ҡына торорға кәрәк. Ҡан баҫымын күҙәтеп тороғоҙ. Анализдар күрһәтеүенсә, бөйөр аҡһымды эшкәртә алмаһа, диета тоторға, йәғни ит, балыҡ, эремсек ашауҙы сикләргә тура килер. Әммә туҡланыу калорияға һәм вита­миндар­ға бай булырға тейеш. Кисталар боҙола башлаған осраҡта ғына дауалауҙың оператив ысулына мөрәжәғәт итәләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға