«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Фикус – шифалы гөл



19.11.2017 Фикус – шифалы гөл

Фикус – шифалы гөл
Фикус – тылсымлы дауалау үҙенсәлегенә эйә үҫемлектәр­ҙең береһе. Уның һуты һәм япрағынан әҙерләнгән төнәтмәләр менән бик күп ауырыуҙы дауалайҙар.

- Билдәле булыуынса, бронхиттан ябай кәбеҫтә япрағы ярҙам итә. Уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға тығып алалар ҙа йүкә балы һөртөп, күкрәк тәңгәленә һалалар һәм өҫтөнә йылы шәл ябып ҡуялар. Кәбеҫтә урынына фикус япрағын да шулай уҡ ҡулланырға мөмкин. Ул хатта кәбеҫтәнән дә файҙалыраҡ.
- Был үҫемлек яман шешкә ҡаршы көскә лә эйә. Коста-Рикала, мәҫәлән, мастопатияны дауалай­ҙар. Бының өсөн япрағынан әҙерләнгән ҡатнашманы күкрәккә ябалар һәм һутын эсәләр.
Һутын әҙерләү өсөн 2 – 3 япрағын ит үткәргес аша үткәреп һығып алыр­ға һәм тәменә ҡарап бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы һыуытҡыс­та һаҡларға һәм бер аҙна буйы көнөнә бер тапҡыр иртәнсәк йә кис берәр ҡалаҡ эсергә. Һуңынан ике аҙна туҡтап торорға һәм йәнә дауаланыу курсын ҡабатларға.
- Бала ятҡылығында шеш (фибромиома) булғанда шундай уҡ схема буйынса фикустың һутын эсергә тәҡдим итәләр.
Бынан тыш, төнәтмәһен дә файҙаланырға була. Уны әҙерләү өсөн 2 – 3 япрағын ваҡ итеп турап, 200 мл араҡыға һалып, ике аҙна дауамында һалҡын урында төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, бер ҡалаҡ бал һәм бер йомортҡа һарыһы ҡушырға. Барыһын бергә яҡшы итеп бутағандан һуң һыуытҡыста һаҡларға. Әммә ике аҙнанан артыҡ һаҡларға ярамай. Ғөмүмән, ошо күләм бер курсҡа иҫәпләнгән. Ҡулға бер аҙ төнәтмәне алып, ҡатҡан төйөр тирәһендәге тирегә ипләп кенә ыуырға. Һуңынан ауыртҡан урынға йомшаҡ туҡыма һалып, бәйләп ҡуйырға йәиһә йылы эске кейем кейергә. Әммә үҙ аллы дауаланыу курсын башлар алдынан мотлаҡ медицина тикшереүе үтеп, табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Сөнки шештең ракка әүерелеп китеү ихтималлығы бар. Ул саҡта ашығыс операция ғына ярҙам итә ала.
- Фикус вирустарға ҡаршы йоғонтоға ла эйә, шунлыҡтан сөйәлдәрҙе бөтөрөү өсөн дә ҡулланыла. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы япрағын ит үткәргес аша үткәрергә һәм 50 мл аш һеркәһе ҡойоп, 10 көн ҡара һауытта һалҡын урында төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне ике ҡат марля аша һөҙөп алырға һәм мамыҡ киҫәген манып алып, сөйәлгә ябырға һәм пластырь менән нығытып ҡуйырға. 5 – 10 минуттан артыҡ тоторға ярамай, юғиһә тирене яндырыуы ихтимал.
- Радикулит, остеохондроз, артриттан фикус япрағын араҡыла төнәтеп ыуыналар. Төнәтмәне әҙерләү өсөн япрағын ит үткәргес аша үткәреп, 100 мл араҡы ҡойорға һәм ҡараңғы урында ике аҙна төнәтергә. Һуңынан марля аша һөҙөп алып, ҡара быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға.
Кискелеккә мунсанан йә ваннанан һуң фикус төнәтмәһен йылытып, ауыртҡан урындарҙы ыуырға һәм йылы шарф менән уранырға. Дауаланыу курсы – 10 көн.
- Рәсәйҙә борон-борондан сиҡанды мейестә бешерелгән һуған менән дауалайҙар. Ул бер төн эсендә елһенеүен баҫып, эренен һурып ала. Фикус та сиҡанға шулай уҡ тәьҫир итә. Бер япраҡты йомшар­ғансы ҡайнар һыуға һалып алырға, икенсеһен ит үткәргес аша үткәреп өҫтөнә һалырға. Иҙмәһе бер аҙ йылынғас, шул яғы менән сиҡанға ябырға һәм бәйләп ҡуйырға. Иртәнсәккә ауыртыуы һәм ҡыҙарыуы бөтөр, ә икенсе төнөнә эренен дә һурып алыр.
- Фикус теш һыҙлауын, флюс булғанда шешеүен баҫа. Гөлдөң спиртта төнәтелгән төнәтмәһе теш тамырындағы кистаның эренен һурып ала. Бының өсөн 10 г яңы һығылған һутҡа 50 мл 70 процентлы спирт ҡушып бутарға һәм ике тәүлек һыуытҡыс­та төнәтергә. Теш ныҡ итеп һыҙлағанда өңөлгән урынына, теш ҡаҙнаһын яндырып ҡуймаҫ өсөн, ипләп кенә бер-ике тамсы тамыҙырға.
Эренле кистаны дауалау өсөн төнәтмәгә бер аҙ һыу өҫтәп, 38 – 39 градусҡа тиклем йылытырға һәм көнөнә бер нисә тапҡыр өсәр минут ауыҙҙы сайҡатырға.
Бына шулай, тәҙрә төбөндә үҫкән ябай ғына гөл менән дә бик күп ауырыуҙы дауалап була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға