«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Етен орлоғоноң шифаһы



06.11.2017 Етен орлоғоноң шифаһы

Етен орлоғоноң шифаһыБилдәле булыуынса, етен майы бик файҙалы. Алмаштырғыһыҙ ҡуйы майлы кислоталарға бай булыуы менән ул хатта балыҡ майын да уҙып китә. Бер-ике ҡалаҡ етен майы организмдың был кислоталарға бер тәүлеклек ихтыяжын ҡаплай. Бынан тыш, унда бик файҙалы лайла бар, ул ашҡаҙандың һәм эсәктәрҙең елһенгән урындарына үҙенсә һаҡлаусы япма булып тора. Әйткәндәй, етен майы урынына уның орлоғон да ҡулланырға мөмкин.

Киҫкен йүтәлдән һәм тауыш бөтөүҙән, ашҡаҙандың лайлалы ҡатламы елһенеүҙән түбәндәге төнәтмә ярҙам итә. Бер балғалаҡ етен орлоғона 1/2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15 минут дауамында болғатып, һөҙөп алырға. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашар­ҙан 20 минут алда йылы килеш берәр ҡалаҡ эсергә.

Хроник эс ҡатыуҙан. Бер балғалаҡ етен орлоғо онтағына 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 – 40 минут алда 1/4 стакан эсергә. Етен орлоғо онтағын емеш иҙмәһе йәиһә бал менән ҡушып ашаһаң да эс йомшара. Уны иртәле-кисле ике ҡалаҡ ашарға кәрәк.

Эс сәнсеп ауыртҡанда унан 50 мл клизма яһау ҙа яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн бер ҡалаҡ етен орлоғона 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 12 минут талғын утта тоторға һәм һөҙөп алырға. Бындай клизманы эс киткәндә лә эшләргә ярай.

Айырым урындарҙа елһенеү процесы барһа, сиҡан сыҡһа, теш һыҙлаһа, ревматизм булғанда етен онон ҡулланалар. Етен орлоғо онтағынан әҙерләнгән бутҡа ауыртыуҙы ла баҫа, тирене лә йомшарта. Бының өсөн етен онон марлянан әҙерләнгән моҡсайға һалып, 10 минутҡа ҡайнар һыуға тығып алырға һәм тиҙ генә ауырт­ҡан урынға баҫырға кәрәк. Эренле шеш булғанда хирург менән кәңәшләшеү зарур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға