«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы



05.11.2017 Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы

Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалыҠабаҡтың шифалы үҙенсәлектәре күптән билдәле. Һиндостанда был йәшелсә менән туберкулезды дауалай­ҙар, ә япондар уны күп сирҙән файҙалана. Элек-электән беҙҙең ата-бабалар ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланған. Унда эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡанда ҡабаҡ – иң яҡшы сара. Бынан тыш, ул үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрөгөҙ ауыртһа, көн һайын ҡабаҡ һуты эсегеҙ.
Уның һабағы ла бик файҙалы. 2 ҡалаҡ кипкән һабаҡтың өҫтөнә һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтегеҙ. Һуңынан һөҙөп, иртәле-кисле ярты стакан эсегеҙ. Бөйөргә ҡабаҡ орлоғо төнәтмәһенең дә шифаһы ҙур. Бер ҡалаҡ орлоҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, сәй урынына эсегеҙ. Үҙендә каротин күп булыуы менән ҡабаҡ кишерҙән өҫтөн тора. Шуға ла окулистар күҙҙәре насар күргән кешеләргә ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итә.
Һуңғы ваҡытта йоҡоһоҙлоҡтан интегә башланығыҙмы? Йоҡо дарыуы эсергә ашыҡмай тороғоҙ. Бал менән ҡабаҡ төнәтмәһе – йоҡлай алмай интеккәндә иң яҡшы сара. Ә сәскәһенең төнәтмәһе менән оҙаҡ төҙәлмәгән эренле яраларҙы сайҡарға мөмкин, йомшаҡ “ит”ен бешкән урынға ҡуя алаһығыҙ.
Орлоғон күптәр көнбағыш урынына сиртергә ярата. Йыуан эсәктәге паразиттарҙан ҡотолоу өсөн иң яҡшы дауаланыу сараһы ул. Төнгөлөккә шәкәр йә бал менән 100 г орлоҡ ашап, иртән бер ҡалаҡ кастор майы эсегеҙ. Дарыухананан әллә ниндәй дарыуҙар эҙләп тораһы ла түгел.
Ҡабаҡ орлоғо токсикоз менән интегеүсе буласаҡ әсәләргә лә файҙалы. Ярты стакан орлоҡ күңел болғаныуынан ҡотолдорор.
Ауыл ерендә тиреҫ өҫтөндә был йәшелсәне күпләп үҫтерәләр. Йылдың ниндәй булыуына ҡарамай, мул уңыш бирә ул. Мал аҙығы ғына түгел, кеше өсөн бик яҡшы дауаланыу сараһы булғанын ғына онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға