«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Варикоздан файҙалы дарыу



08.11.2017 Варикоздан файҙалы дарыу

Варикоздан файҙалы дарыу
200 мл зәйтүн майы, 100 г бал ҡорто балауыҙы, 100 г ылыҫлы ағас (ҡарағай, шыршы, кедр һ.б.) сайыры алырға. Сайыр ҡоро булһа, уны он хәленә килгәнсе онтар­ға. Барыһын бергә кәстрүлгә һалып, 10 минут бешерергә. Һуңынан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, тағы 10 минут болғата-болғата бешерергә. Тағы 1 – 2 г прополис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға. Туҡтауһыҙ болғатып торорға онотмағыҙ.
Уттан алғас, һыуытырға һәм быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо май менән аяҡтың тамырҙары бүртеп торған урындарын яҡшы итеп ыуырға. Зәйтүн майы булмаһа, уны сусҡаның эс майы йәки яңы ғына бешелгән һәм тоҙланмаған һыйыр майы менән алмаштырырға мөмкин.
Рәмилә.
Ишембай районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға