«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киҙеүгә ҡаршы лимон майы



28.10.2017 Киҙеүгә ҡаршы лимон майы

Киҙеүгә ҡаршы  лимон майыКиҙеүҙе иҫкәртеү өсөн ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлау менән лимон ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн уны йыуып, бөтәүләй ҡайнар һыуға төшөрөргә һәм биш минут ҡайнатырға. Һуңынан киҫәктәргә бүлеп, ит үткәргес аша үткәрергә. Килеп сыҡҡан бутҡаға 100 г аҡ май, ике-өс ҡалаҡ бал ҡушырға. Иртәле-кисле берәр балғалаҡ ашарға. Тәьҫир итеү йоғонтоһон көсәйтеү өсөн иҙелгән һарымһаҡ ҡушырға була.

Шәрифә.
Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға