«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн лимфа төйөндәре ҙурая?



23.10.2017 Ни өсөн лимфа төйөндәре ҙурая?

Ни өсөн лимфа төйөндәре ҙурая?
Ҡултыҡ аҫты лимфаденитынан нисек ҡотолорға? Миндә ике төйөр барлыҡҡа килде. Ваҡыты-ваҡыты менән улар бер аҙ бәләкәсәйә, әле иһә ҡабат ҙурайҙылар.
Исмәғил.
Йәрмәкәй районы.

Лимфаденит – шешеүҙән лимфа төйөндәренең ҙурайыуы. Лимфа биҙҙәре нормала булғанда, бик бәләкәй була һәм ҡулға беленмәй. Лимфа төйөндәренең ҙурайыуының сәбәбе төрлөсә. Ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙың сығанағы лимфа төйөнөндә түгел, лимфа килгән зонала. Ҡултыҡ аҫты төйөндәре өсөн бындай зона – үпкә. Ҡултыҡ аҫты лимфа төйөндәре шешкәндә, ғәҙәттә, күкрәк ситлегенә рентген эшләйҙәр, сөнки уның сәбәбе үпкәнең елһенеүендә, туберкулез инфекцияһынан һәм башҡа үпкә ауырыуҙарынан булыуы мөмкин.
Лимфаденит башҡа инфекция ауырыуҙарынан да була. Тик был осраҡта ҡултыҡ аҫтындағы ғына түгел, ә башҡа өлкәләрҙәге лимфа төйөндәре лә ҙурая.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға