«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сей яраға бәлзәм



20.10.2017 Сей яраға бәлзәм

Сей яраға бәлзәмЯҙлы-көҙлө ашҡаҙан сей яраһы йонсотһа, түбәндәге шифалы бәлзәмде ҡулланып ҡарағыҙ. Миңә файҙаһы тейҙе.
Йөҙәр грамм сөгөлдөр, кишер, алоэ, башлы һуған, торма һуты алырға һәм 100-әр г аҡ май, бал ҡушырға. 100 мл спирт өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Һуңынан балсыҡ көршәккә һалып, өҫтөн туҡыма менән ныҡ итеп бәйләргә йәки ҡамыр менән ябып, 1,5 тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Бәлзәмде һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Гөлзәминә Ф.
Краснокама районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға