08.10.2017 Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
- Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, эсегеҙ.
- Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.
- 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсегеҙ. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була.
- Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауаны ҡулланып ҡарағыҙ: 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, 1 сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан 2 – 3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсегеҙ. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Әлфиә ТЕЛӘҮШИНА.