06.10.2017 Хәүефләнергә урын бармы?
Миңә йөрәктең һул ҡарынсаһының гипертрофияһы тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сир хаҡында тәүге тапҡыр ишетәм. Ул нимәнән барлыҡҡа килә һәм нимәһе менән хәүефле? Ғөмүмән, нисек дауаланырға һәм һаҡланырға?
Әлмира.
Сибай ҡалаһы.
Гипертрофия берәй органдың йәки уның ниндәйҙер өлөшөнөң күҙәнәктәр күләменең ҙурайыуын аңлата. Һөҙөмтәлә ул органдың күләме һәм ауырлығы арта. Медицина тикшереүе үткәндә йөрәктең һәм уның ҡайһы бер өлөштәренең гипертрофияһы йыш асыҡлана. Бының сәбәбе нимәлә? Ҡан баҫымы юғары һәм атеросклероз булғанда йөрәктең һул өлөшөнә көс төшә. Йөрәк – тамырҙар буйлап ҡанды ҡыуыусы үҙенсәлекле насос. Ә был сирҙәр менән уға эшләүе ҡатмарлаша, сөнки юғары ҡан баҫымына ҡаршы көрәшергә тура килә, атеросклероздан тарайған тамырҙар аша ҡанды ҡыуыуы ла күпкә ауырыраҡ. Күп осраҡта гипертрофия менән кеше ҡартайғансы йәшәй. Барыһы ла йөрәккә төшкән көсөргәнешкә һәм ундағы матдәләр алмашыныу процесының ниндәй кимәлдә зыян күреүенә бәйле.
Һаҡланыу өсөн ҡан баҫымын күҙәтеп торорға, бронхит менән астманы дауаларға, тәмәкенән баш тартырға кәрәк.
Икенсенән, йөрәккә артыҡ ныҡ көс төшмәһен өсөн физик әүҙемлекте кәметергә.
Өсөнсөнән, йөрәктә матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн йылына 2 – 4 тапҡыр медицина препараттары менән дауаланыу курсы үтергә.