14.10.2017 Баш шаулағанда
- Ҡолаҡҡа бешкән сөгөлдөр һуты йәиһә һуған һуты тамыҙырға.
- Бер литрлыҡ банкаға кипкән туҡранбаш (клевер) үләне һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, 12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Төнәтмәне өс ай буйы төнгөлөккә берәр ҡалаҡ эсергә. Һуңынан бер аҙ туҡтап торорға ла, йәнә дауалау курсын ҡабатларға мөмкин. Туҡранбашты сәй урынына бешереп эсергә лә мөмкин. Ул баш ауыртыуын баҫа, ҡан баҫымын төшөрә, гемоглобинды күтәрә.
- Ике ҡалаҡ мелисса, берәр ҡалаҡ бөтнөк үләне менән баҡса еләге япрағына 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға. Бер аҙ төнәткәндән һуң һөҙөп, бер ҡалаҡ бал өҫтәргә. 1 – 1,5 ай буйы көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
- Ике ҡалаҡ ҡомалаҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
- 1 : 1 нисбәтендә сөгөлдөр һуты менән мүк еләге һутын бергә ҡушып бутарға. Көнөнә өс тапҡыр 50-шәр мл эсергә.
- Сәй урынына укроп япрағын һәм башын бешереп, көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә мөмкин.
- Ҡырғыстан үткәрелгән керән менән ҡоро гәрсистән компресс ҡуйырға була. Уны тиреһе ҡыҙарғансы елкәлә тоторға.
- Өс өлөш һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, 30 г 30 процентлы прополис төнәтмәһе ҡойорға һәм 5 көн төнәтергә. Төнәтмә менән ике тапҡыр ҡолаҡ артын ыуырға.