13.09.2017 Матур булайым, тиһәң...
Физик күнекмәләр тән өсөн генә түгел, биткә лә файҙалы. Иртән битте боҙ киҫәге менән ышҡыу дәрт өҫтәй, тирене дымландыра.
Кистән иренгә бал һөртһәң, ул нәфисерәк була.
Алма йәки баҡса еләген ашау тештәр өсөн дә файҙалы. Улар ауыҙ ҡыуышлығын сафландыра, тештәрҙе ағарта.
Сәс ебәк кеүек йомшаҡ булһын, ялтырап торһон тиһәгеҙ, бер йомортҡаға бер ҡалаҡ дегәнәк майынан бутап эшләнгән ҡатнашманы һөртөргә кәрәк. 10 минут тотҡас, ҡатнашма шампунһыҙ йыуып алына.