«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Нимә ул “Титце синдромы”?



12.09.2017 Нимә ул “Титце синдромы”?

Нимә ул “Титце синдромы”?Миңә “Титце синдромы” тигән диагноз ҡуйҙылар. Шул сир хаҡында бер аҙ аңлатып үтһәгеҙ ине: ҡайҙан барлыҡҡа килә һәм нисек дауаларға.
Н. ФӘТТӘХОВ.
Салауат ҡалаһы.

Өҫкө ҡабырға һөйәге кимерсәктәренең ауыртып шешеп тороуын шулай тип атап йөрөтәләр. Ул матдәләр алмашыныуына бәйле һәм гиповитаминоздан булыуы ихтимал. Шулай уҡ көслө йүткереүҙән мускулдарҙың ҡапыл ныҡ тартылыуынан да барлыҡҡа килеүе мөмкин. Иң беренсе сиратта һеҙгә физик көсөргәнештән һаҡланырға кәрәк. Күберәк ятып ҡына торорға кәңәш ителә. Әгәр ҙә бронхо-үпкә ауырыуы менән сирләһәгеҙ, ныҡ итеп йүткереүҙән һаҡланығыҙ. Әҙ-әҙләп кенә йүткерергә өйрәнергә мөмкин. Ҡырҡа хәрәкәт эшләүҙән тыйылығыҙ. Туҡланыу рационы витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға