04.09.2017 Диабетиктарға фруктоза ашарға яраймы?
Эндокринолог, ҡанда шәкәр кимәле әҙ генә күтәрелһә лә, фруктоза ҡулланыуҙы тыйҙы, ә терапевт, киреһенсә, диабетиктарға ашарға яраҡлы берҙән-бер шәкәр – ул фруктоза, ти. Кемгә ышанырға? Диабетиктарҙың туҡланыу рационында фруктоза булырға тейешме, юҡмы?
Мәйсәрә.
Балаҡатай районы.
Ысынлап та, фруктозаға ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ғына түгел, май алмашыныу процесы боҙолғанда ла зыянлы. Шунлыҡтан ғалимдар һәр саҡ организм өсөн зарарһыҙ тәмләткес эҙләй. Әммә фруктозала калория глюкозалағы кеүек үк. Ул ашҡаҙан-эсәк трактынан глюкозаға ҡарағанда оҙағыраҡ үҙләштерелә. Бөтә ябай шәкәр ҙә ашҡаҙан-эсәк трактындағы сереү процесын көсәйтә һәм тотош организмды ағыулай, әммә был йәһәттән фруктоза улай уҡ хәүефле түгел. Шәкәр, ғәҙәттә, организмда майға әйләнеп йыйыла бара һәм һөҙөмтәлә ҡанда холестерин кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Глюкоза менән сағыштырғанда, фруктоза бында ла өҫтөнлөккә эйә. Ҡыҫҡаһы, 1-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға фруктоза ҡулланырға рөхсәт ителә, тик көнөнә 30 грамдан артырға тейеш түгел. Татлы аҙыҡ ашағы килгәндә, бер аҙ еләк-емеш ҡапҡыларға мөмкин.