«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бауыр өсөн үлән сәйе



27.08.2017 Бауыр өсөн үлән сәйе

Бауыр өсөн үлән сәйеТырнаҡ гөлөнә (календула) кишер орлоғо ҡушып әҙерләнгән сәй бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыу­ҙарынан яҡшы ярҙам итә. Ул үт бүленеп сығыуға һәм холецистит менән гепатит ваҡытында елһенеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, хуш еҫле бындай сәй эсеүгә лә бик тәмле.
Сәй өсөн ике ҡалаҡ тырнаҡ гөлө сәскәһе, 200 г ҡайнар һыу, бер ҡалаҡ кишер орлоғо һәм 400 г ҡайнар һөт алына. Календула сәскәһенә ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Кишер орлоғона ҡайнап торған һөт өҫтәп, бер сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Ике төнәтмә лә әҙер булғас, һөҙөп алып, бергә ҡушып бутарға. Үлән сәйен иртәнсәк ашарҙан алда яртышар стакан алты көн эсергә, һуңынан өс көн тәнәфес эшләргә һәм дауаланыу курсын дауам итергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға