19.08.2017 Нилектән ауыҙ кибә?
Миңә 40 йәш. Бер нисә йыл инде ауыҙым кибеп ыҙаланам. Айырыуса төндә ауыҙ ҡыуышлығы кибеүҙән телде ҡыбырлатып та булмай. Шәкәр ауырыуы менән сирләмәйем. Даими анализ биреп торам, ҡанымда шәкәр кимәле нормала. Нилектән шулай, аңламайым. Нисек унан ҡотолорға, бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ.
Мәликә.
Өфө ҡалаһы.
Ауыҙ ҡыуышлығы кибеүе төрлө дарыуҙар ҡулланыуҙан да булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ҡан баҫымын төшөрөүсе ҡайһы бер дарыуҙар быға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә даими рәүештә ниндәйҙер дарыу эсәһегеҙ икән, аннотацияһын уҡып ҡарағыҙ, бәлки, сәбәбе тап шундалыр. Бынан тыш, ауыҙ кибеүенең иң йыш күҙәтелгән сәбәбе – бауыр ауырыуы. Табипҡа күренеп, бауырығыҙҙы тикшертергә кәрәк.