17.08.2017 Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
/Майһыҙландырылған эремсек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтеүгә булышлыҡ итә, кальций, магний һәм калийға бай. Көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.
/Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Гипертониктарға уны мөмкинлек булған һайын ашарға кәңәш ителә. Көнөнә ике ҡыҙыл борос ашау организмдың С витаминына мохтажлығын ҡаплай.
/ Лосось – омега сығанағы, ҡан баҫымын бик яҡшы төшөрә. Уны аҙнаһына өс тапҡыр 100 – 150-шәр грамм ашау файҙалы.
/ Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың көндәлек менюһында мотлаҡ булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һолола күҙәнәклек күп, ул организмды селен менән байыта.
/Ҡабаҡ орлоғо цинк дефицитын тулыландырып, инфаркттан ҡотҡарыр. Көнөнә 20 г ҡабаҡ орлоғо ашау ҙа етә.
/Какао ҡан тамырҙары торошон яҡшырта. Әммә калорияға бай булыу сәбәпле, уны аҙнаһына бер-ике сынаяҡ эсеү ҙә етә.
/ Майһыҙландырылған һөт, калий, кальций, магний һәм витаминдарға бай булыу сәбәпле, гипертониктың хәлен яҡшырта. Көнөнә өсәр стакан эсергә ярай.
/ Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, антиоксиданттарға бай һәм ҡан баҫымын 5 – 10 мм-ға кәметеүгә һәләтле. Уны күп миҡдарҙа ҡулланыу тыйыла.
/ Миндалдәге мономайҙар холестерин кимәлен кәметә. Был сәтләүектә ҡан баҫымын төшөрөү өсөн кәрәкле калий, магний, Е витамины күп.
/Йәшел сәйҙе даими рәүештә ҡулланыу холестерин тығындарын бөтөрә, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Йәшел сәйгә өҫтөнлөк биреүсе япондар араһында гипертония менән ауырыусылар ҙа бик һирәк.