«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Халыҡ медицинаһы



20.08.2017 Халыҡ медицинаһы

Халыҡ медицинаһы
Иренгә “һыуыҡ” сыҡҡанда
1. Ауыртҡан урынға шыйыҡ валидол һөртөргә мөмкин.
2. Тәүге билдәләре күренә башлау менән шул урынды һыуытҡыстан алын­ған боҙ менән ыуырға.
3. Һарымһаҡты иҙгес менән иҙеп, ауыртҡан урынға ҡуйып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға.

Аяҡтар тартышҡанда
Ҡаты урынға ятырға, аяҡты төҙ итеп ҡуйырға, ҡулдарҙы баш өҫтөнә һуҙырға. Һул ҡул менән уң ҡулдың беләҙегенән тотоп һулға ҡарай тартырға. Бер үк ваҡытта уң аяҡты – үҙебеҙҙән, ә бармаҡтарҙы үҙебеҙгә ҡарай тартырға. Һө­ҙөмтәлә тотош уң яҡты һуҙабыҙ. Артабан шуның кеүек үк һул яҡты тартыр­ға. Аҙаҡтан арҡала тура ғына итеп ятҡан килеш ҡулдарҙың бармаҡтарын баш осонда бер-береһенә эләктерергә һәм мөмкин тиклем өҫкә тартырға. Бер үк ваҡытта аяҡтарҙы аҫҡа ҡарай, бармаҡтарын өҫкә ҡарай һуҙырға. Шул рәүешле тотош умыртҡа бағанаһы тартыла.

Баш ауыртҡанда
- Бер ҡалаҡ һары мәтрүшкәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға һәм һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
- Баш даими рәүештә ауыртҡанда 1/4 стакан яңы һығылған картуф һуты ярҙам итә.
- Баш ныҡ ауыртҡанда көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан ҡарағат, ҡыҙыл көртмәле йә балан һуты эсергә.
- Лимон киҫәгенең ҡабығын таҙартып, сикәгә ҡуйырға.
- Көн һайын ашаған ваҡытта бер балғалаҡ балды бер балғалаҡ алма һеркәһенә ҡушып ҡабырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға