«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?



26.08.2017 Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?

Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?Ҡан анализы тапшырғайным, тромбоциттарҙың кимәле бик түбән булыуын күрһәтте. Уның сәбәбе нимәлә булыуы мөмкин һәм хәүефләнергә урын бармы?
Рәзилә.
Миәкә районы.

Тромбоциттар – ҡан әйләнеше системаһында мөһим быуындарҙың береһе. Ялпаҡ формала булғанға күрә уларҙы ҡан пластинкалары тип тә йөрөтәләр. Ҡан тамыр­ҙары йәрәхәтләнгәндә тромбоциттар боҙола һәм шул уҡ ваҡытта тамырҙарҙы төҙөкләндереү өсөн тромб барлыҡҡа килтереүсе матдә бүленеп сыға башлай. Бынан тыш, улар капиллярҙарҙың стенкаларын нығыта. Тромбоциттар иҫәбе кәмегән осраҡта йыш ҡына тире аҫтына ҡан һауа, шулай уҡ танау, ашҡаҙан-эсәк һәм теш ҡаҙнаһы ҡанһырап йонсота. Һөҙөмтәлә гемоглобин кәмеп, анемия барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тромбо­циттарҙың кәмеүенә уларҙың етерлек кимәлдә формалашмауы, тиҙ тотонолоп бөтөүе һәм ҡыҫҡа ғүмере (ғәҙәттә, 9 – 10 көн генә йәшәйҙәр) сәбәпсе булыуы мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға