18.08.2017 Файҙаһын күрегеҙ
Дауаланыу маҡсатында үлгән бал ҡорттарынан төнәтмә эшләп эскәндәр бар. Ул дарыу ниндәй сирҙәргә килешә икән?
Әкрәм ВӘЛИТОВ.
Салауат районы.
Ҡышҡыһын умартаның төбөнә төшөп үлгән бал ҡорттарын әрәм итмәй, дарыу эшләһәң, бына тигән шифа. Бының өсөн сеймалды 45 – 50 градус йылылыҡтағы мейестә киптерергә һәм эре иләктән үткәрергә кәрәк.
Төнәтмә яһау тәртибе: 0,5 л һауыттағы ҡортто 1,5 литрлы шешәгә һалып, өҫтөнә араҡы ҡоялар. Ике аҙна төнәткәс, һөҙәләр һәм тигеҙ нисбәттә һыу ҡушалар. Бал ҡорттарынан эшләнгән төнәтмә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, цистит, пиелонефрит, аденома, гломерулонефрит, панкреатит, ашҡаҙан-эсәк тракты, диабет, катаракта, астма, полип, быуын сирҙәренән файҙалы. Иммунитетты нығыта.
Үлгән бал ҡорттарын шул килеш тә файҙаланырға мөмкин. Мейес эсендә киптереп, ваҡлап, ашарға 30 – 40 минут ҡалғас, бер балғалаҡ ҡабул итәләр. Артынан һыу эсәләр.
Быуындар ауыртҡанда үҫемлек майына һалып яһалған “ҡорт майы” менән ыуыналар.