«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡыҙыл көртмәле (брусника)



13.08.2017 Ҡыҙыл көртмәле (брусника)

Ҡыҙыл көртмәле  (брусника)Ҡыҙыл көртмәле ҡарағай һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡороған торф ятҡылыҡтары булған ерҙә үҫә.
Дауалау өсөн ҡыҙыл көртмәленең емеше һәм япрағы ҡулланыла. Ҡыҙыл көртмәле еме­ше С витаминына бай булғанлыҡтан, уны ҡышҡы миҙгелдә, яҙҙың тәүге айҙарында зәңгенән һаҡланыу һәм дауаланыу маҡсатында ҡулланалар. Бынан тыш, емешен ҡулланыу ашҡаҙандың әселеге түбәнәйгәндә, подагра, ревматизм кеүек ауырыуҙар булғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, эс киткәндә файҙалы. Япраҡтары бөйөрҙә таш булғанда, бөйөр лаҡаны һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә файҙалы. Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш шешеп ҡанағанда төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡайҙар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға